Йөрәк яныр серҙәр бар
12 Февраля 2022, 06:35

Һинең кемгә кәрәгең бар?

Улар өсөн мин - хәйерсе балаһы...

Әсәйем мине яңғыҙы үҫтерҙе. Утыҙҙы үткәс мине үҙе өсөн табып алған. Атайымды белмәйем. Кейәүгә сығырға булғас әсәйем миңә туй менән дә, башҡаһы менән дә ярҙам итә алмаясағын әйтте. Бар расходты ҡайны-ҡәйнәм алды. Ирем себергә йөрөп эшләй, өс ай эшләй ҙә бер айға ғына ҡайта. Ҡәйнәмдәрҙең йорто ике ҡатлы, беҙҙең айырым ҙур бүлмә. Әммә ирем өйҙә булмағанда миңә тамуҡ башлана. Мин эшләмәйем, иремдең эшләткеһе килмәй. Өйҙән бөтөнләй сыҡмайым. Ҡәйнәм миңә әсәйемдең дә килеүен яратмай. Үҙем барһам, иремә алдап "төн уртаһында ҡайтты" тип ошаҡлай. Ирем бик ҡыҙғана мине. "Айырым йәшәйек" тигәйнем "Ниңә, иркенләп уйнаш иткең киләме" тип илатты. 

Әсәй "түҙ, етеш йәшәйһең" тей. Ә мин төрмәгә бикләнгән кеүекмен бит! Бер ҡайҙа сығырға ярамай, иртәнән кискә тиклем бер үк йорт эше. Нисек артабан йәшәргә һуң?!  Бер көн ҡәйнәмә илап ниңә мине улай рәнйетеүен, айырылыр сиккә етеүемде әйткәйнем, " Әйҙә, уматывай! Һинең кемгә кәрәгең бар, хәйерсе балаһы!" тине. 

М.

Һинең кемгә кәрәгең бар?
Һинең кемгә кәрәгең бар?
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас