Һаҡмар
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Йөрәк яныр серҙәр бар
9 Февраля 2022, 15:30

Төнгө күлдәктә булған өсөн

Ни өсөн кәмһеттең мине, әсәй?!

Төнгө күлдәктә булған өсөнТөнгө күлдәктә булған өсөн
Төнгө күлдәктә булған өсөн

Мин күптән егетем менән осрашам. Быйыл ул, икенсе йыл мин вузды бөтәбеҙ. Ул Өфө егете. Ике йыл элек уны әсәй менән атайға таныштырҙым. Беҙгә килеп йөрөй. Мин Өфөлә ятаҡта иҫәпләнһәм дә, егетемдең фатирында, уның бүлмәһендә күберәк йәшәйем. Ата-әсәһе яҡшы ҡабул итә, мине яраталар. Быйыл ҡышҡы каникулда егетем беҙгә килде. Теләһә нәмә күрһәтеү юҡ. Ул айырым бүлмәлә йоҡлай. Әсәйҙәр сығып китте тип уйлап уның янына ночнушкала индем. Шул саҡ әсәйҙәр ҡайтып инде. Мине егетем алдында һуңғы һүҙҙәр менән әрләне әсәй. Чуть ли проститутка инде мин уныңса(

Беҙ егетем менән барыбер өйләнәбеҙ. Ни өсөн мине улай кәмһетергә? Ни өсөн егетемдең фатирында беҙ уның бүлмәһендә иркен йәшәйбеҙ. Ата-әсәһе уны нормаль рәүештә ҡабул итә? Ә минең әсәйем уларҙан йәшерәк, әммә шулай ҡаңғырыҡ тыуҙыра? Ныҡ ҡыйын миңә. Бәлки, әсәйҙәргә бөтөнләй ҡатймаҫҡа һәм улар менән аралашмаҫҡалыр?

Р.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас