Һаҡмар
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Йөрәк яныр серҙәр бар
9 Февраля 2022, 07:30

Ковид түгелдер ул...

Элек күпме диетала ултырып ябыға алмай инем, хәҙер ҡоро һөйәккә ҡалдым...

Ковид түгелдер ул...Ковид түгелдер ул...
Ковид түгелдер ул...

Ковид тип ҡуйған ауырыу әлллә башҡа ҡурҡыныс билогик ҡоралмы икән? Мин хәҙер шулай тип уйлай башланым. Мин бала саҡтан илаҡ булдым. Ә коронавирус менән ауырығандан һуң бөтөнләй мыжыҡҡа әйләндем. Һәр нәмәгә күҙ йәштәре түгәм, ярһып китәм, һауыт-һабаны ярып бөтәм. Сәсем услап ҡойола. Эшкә сыҡтым, әммә эшләгем килмәй. Өй эштәрен дә башҡара алмайым. Күңелем болғана, ҡан баҫымы берсә күтәрелә, берсә төшә. Иҙәнгә ҡараһам, ул шыуып-шыуып киткән кеүек тойола. Антиесемдәргә анализ тапшырҙым. Улары күп. Госпиталдән дә һауығып сыҡтым. Әммә күңел төшөнкөлөгө, хәлһеҙлек бер ҙә ебәрмәй. Рулгә ултырыуы ауыр була башланы. Ҡапыл кемгәлер барып төкөрмөн кеүек. Ҡайҙа һәм нимәгә китеп барғанымды онотам да ҡуям. Ә пассажир урынында бөтөнләй йөрөй алмайым. Бер-ике метр ҙа үтеп өлгөрмәйбеҙ, уҡшый башлайым. Табиптар: “Түҙ, был ковидтың эҙемтәһе. Үтә ул”,-тип тынысландыралар. Тик ҡасан үтер? Мин бит йүнләп эшләй ҙә алмайым. Етәкселектең дә шуның өсөн ҡырын-мырын ҡарағанын тоя башланым. Ә эшһеҙ ҡала алмайым – кредиттарҙы түләргә, балаларҙы уҡытырға кәрәк. Шуға күрә был коронавирус түгел, ә күпкә ҡурҡыныс ауырыу түгелме икән, тип тағы ла илайым. Исмаһам, балаларымды аяҡҡа баҫтырып еткәс үлергә ине. Төн һайын төшөмдә ҡурҡыныс ҡара шәүләләр күреп уянам. Элек күпме диетала ултырып ябыға алмай инем, хәҙер ҡоро һөйәкмен! Нисек артабан йәшәргә? Ҡайҙан көс табырға һуң?!

Альбина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас