Һаҡмар
+20 °С
Болотло
Антитеррор
Йөрәк яныр серҙәр бар
8 Февраль 2022, 14:35

Туйҙа ... юҡ булды

Күмәкләп эҙләп - тапманыҡ!

Хәҙерге тормошто аҙғындар күп тейҙәр. Улар һәр заманда барҙыр ул. Йәш саҡта йөрөгән егетем менән туйға киттек. Свидетель менән свидетельница үҙҙәре бер пар булып килде. Хәҙерге һымаҡ ресторан юҡ,  туй ишек алдында өҫтәлдәр ҡуйып, шунда барҙы. Бер мәл свидетельница юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Барыбыҙ эҙләйбеҙ тапмайбыҙ. Шул саҡ минең егетем юҡ икәне лә асыҡланды. Кейәү егет мине тынысландырып уны бөтөп барған араҡыға ебәргәнен әйтте. 

Йылдар үткәс иремдең (ә мин уға кейәүгә сыҡтым) свидетельница менән бәҙрәфкә бикләнеп!( оятһыҙлыҡ ҡылыуын белдем. Биш йыл йәшәнек, бер туҡтауһыҙ йөрөнө. Ауырыу алып ҡайтып йоҡторғас ҡына айырылдым.  Ул замандан 35 йыл үтте. Икенсе ирем менән бик бәхетле йәшәйбеҙ. Ә беренсе иремдән бала булманы. Ул да, теге свидетельница ла күптән юҡтар. Тормоштары бик үк яҡшынан булманы шул. Бына шулай. 

Апағыҙ. 

Туйҙа ... юҡ булды
Туйҙа ... юҡ булды
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас