Ирем үҙенән өлкән коллегаһы менән ныҡ дуҫ. Ул ағай иллеһен тултырһа ла, бик йөрөмтәл. Йыш ҡына беҙгә килә лә, ҡатынына шылтырата һәм беҙҙә һуңға тиклем ҡаласағын белдерә. Үҙе шунда уҡ сығып китә. Мин ҡатыны шылтыратып ҡуйһа тип ҡурҡа инем, Аллаға шөкөр берҙе лә шылтыратманы. Бер көн уларға киттек. Ағай кеше өйҙә юҡ ине. Ҡатынының телефоны шылтыраны, мин эргәһендә ултырғас, барыһын да ишеттем. Бер ҡатын тауышы: "Һеҙҙең ирегеҙ минең күрше ҡатын менән йөрөй. Ул әле шунда, тотҡоғоҙ килһә килегеҙ"-тине лә адресын әйтте. Апай кеше: "Яңылышаһығыҙ, минең ирем янымда йоҡлап ята" тине. Тегеһе ҡуймай "Юҡ, ул минең күршегә килде" тип ныҡыша. Был апай "Хәҙер иремде уятып, телефонды бирермен" тигәйне, теге юҡҡа сыҡты.
Минең аптырап ҡарауымды күреп, был апай: "Әгәр ғаиләңде һаҡларға теләһәң, күҙ йоморға ла тура килә. Ирем бик һәйбәт минең, яратам уны. Тик ҡайһы саҡта шулай үҙен тота алмай китә. Әммә минең һәм балалары өсөн йәнен бирергә әҙер. Бер ниндәй ҡатын да уны беҙҙән айыра алмаясаҡ. Әгәр иремдең һөйөүендә әҙ генә шикләнһәм дә, түҙмәҫ инем. Йәш сағыбыҙҙа хыянатта тотоп, айырылырға уйлағанда аяғыма ятып илап ғәфү үтенде. Шул саҡта әсәйем "Кейәү һәйбәт кеше, әммә бер йөрөгәс йөрөйәсәк. Әгәр барыһын да күтәрә алһаң айырылма, әгәр түҙә алмай ыҙғыш сығарыр булһаң - айырыл" тигәйне. Ҡалдым, үкенмәйем".
Иремде ҡыҙғанып йыш скандал сығарған миңә был һабаҡ булды әле.
Л.