+20 °С
Облачно
Һөйәркәләр! Ниңә һеҙ кеше ғаиләһенә тығылаһығыҙ ул?! Ни өсөн буйҙаҡ, айырылған ирҙәр етмәй һеҙгә? Минең ирем ике йыл бер ҡатын менән йөрөнө. Бер йылдан үҙем тоттом уларҙы. Кисәнән яғылған мунсала ярым яланғас килеш тоттом. Ул бисәгә бер-ике һуғып ҡына өлгөрҙөм. Ирем туҡматтырманы. Шунан ирем бер китеп, бер ҡайтып йөрөй башланы. Ә бөгөн "башҡа ҡайтмайым, ул ауырлы, исмаһам, ул сәләмәт бала табыр" тине.
Ауыртҡан еремә төрттөрҙө. Улыбыҙ ДЦП менән тыуғайны. Әммә ирем уны барыбер яратҡан һымаҡ ине. Ә хәҙер һау балам була тип сығып китте.
Һөйәркәләр, һеҙҙең аҙғынлыҡ күпме ғаиләне боҙа, балаларҙы илата! Ниңә гонаһынан ҡурҡмайһығыҙ?!
Зилә.