+13 °С
Облачно
Мөхәббәт барлығына бер ҡасан ышанманым. Ихтирам итеү бер-береңде, өйрәнеп китеү, ғәҙәт кенә бар тип уйланым. Аҙып йөрөмәнем, уҡып, өс йыл эшләгәс иремә кейәүгә сыҡтым. Беҙҙе димләп өйләндерҙеләр. Ирем бик яҡшы кеше. Ике балабыҙ хәҙер үҙаллылар инде. Һәм бына иллегә етеп барғанда тормошобоҙға күҙ һалам. Эй, донъя йыйҙыҡ, әллә нәмәләр һатып алдыҡ, төҙҙөк, балалар тип саптыҡ. Икебеҙ ҡалдыҡ ике ҡатлы йортта. Һөйләшер һүҙебеҙ ҙә юҡ, икебеҙ ике мөйөштә. Туғандарым миңә һин бәхетле тей. Ә ошомо һуң бәхет? Ниңә шул тиклем барыһы ла төҫһөҙ һуң? Әллә шашып-шашынып һөйөү ысын юҡмы? Киноларҙа шундай мөхәббәтте күреп илайым. Исмаһам, бер генә яратып ҡарар кәрәк ине! Бармы ул яратыу һәм яратылыу?..
И.