Донъяны ауырыу баҫты тип ҡайғыралар. Мирҙы аҙғынлыҡ баҫты! Ҡатындар бигерәк тә аҙғын. Ҡатыныма яратып өйләндем. Ул да мине яратам ти ине. Ҡыҙыбыҙға ике йәш. Ял көндәрендә мин ҡыҙымды паркка алып китәм. Ул саф һауала 2-3 сәғәт рәхәтләнеп йоҡлай. Ҡатыным аҙна дауамында эшләп өлгөрмәгән эштәремде эшләйем тип өйҙә ҡала. Ә минең ҡатыным, балам менән бергә йөрөргә теләр инем тышта. Тик ,ҡатыным "Миңә лә ял кәрәк бит баланан"-тип үпкәләр ине. Теге ялда паркта ҡапыл эсем бороп алып киткәс, минең менән бергә һауала таныш ғаиләгә ҡыҙымды ҡалдырҙым да, парктан алыҫ булмағана фатирыбыҙға йүгерҙем. Ишекте асып инеп тура бәҙрәфкә индем. Шул арала нимәлер мыштырҙаған, бышылдашҡан тауыш ишетелде. Аптырап сыҡһам ишекте асып йәһәтләп бер ир сығып бара. Тотоп өлгөрмәнем. Ҡатынымдың өҫтөндә яңылыш эленгән халат, уныһы ла яп-яланғас тәнгә! Бер-икене генә эләктереп өлгөрҙөм, апайым йүгереп килеп инде. Ул беҙҙең янда йәшәй һәм барыһын да белеп йөрөгән! Ҡатынды елтерәтеп ҡыуып сығарҙым, ҡыҙым минең менән. Бер ҡайҙа ла эшләмәгән, өйһөҙ бисәгә баланы бирмәҫтәр бит. Нимә етмәне уға?! Балаң менән ирең сығып киткән арала, ғаилә түшәгендә! Таш менән бәрҙереп, бөтә халыҡ алдында үлтертер инем аҙғынды!
Т.