+28 °С
Облачно
Ҡатын-ҡыҙҙың салбар кейеүе лә, башын тап-таҡыр итеп ҡырыуы ла бер кемде аптыратмай хәҙер. Машинала ла күберәк ҡатындар йөрөй. Тик уларҙың холҡо алға бармай, насарая ғына бара. Бөгөн заправкала ике ҡатындың сәрелдәп талашыуын ирҙәр менән аптырап ҡарап торҙоҡ. Ете ҡатлы итеп һүгенеүҙәренән мин оялып торҙом. Ирҙәр араһында, ҡара эштә йөрөнөм гелән, әммә ундай һүгенеү һүҙҙәрен ишеткәнем юҡ ине. Ә нимәгә талаштылар тип уйлайһығыҙ? Береһе бензин ҡойорға икенсеһенән алдараҡ үткән өсөн. Ҡатын-ҡыҙҙың ауыҙынан шундай әшәке һүҙҙәр нисек сығыуы мөмкин? Шул ауыҙҙары менән балаларын үбәләрме икән?
Айрат ағағыҙ.