Һаҡмар
+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
27 Ғинуар 2022, 20:00

ИБРАҺИМ ПАША

Беҙҙең ауылдың Пашаһы

Домашний” каналында тағы ла “Великолепный век” тигән фильмды күрһәтә башлағастар, уның менән бәйле ҡыҙыҡтар иҫкә төшөп көлөп тик йөрөйөм. Сөнки беҙҙең халыҡ ошо Төркиә фильмын иҫе китеп ҡарай бит ул.

Минең күршем, 40 йәштәге ир, себерҙә эшләй. Өйләнмәгән. Әсәһе менән йәшәй. Ҡоҙағый өгөтләп-өгөтләп ҡараны ла улын өйләндерергә, хәҙер ҡул һелтәне. “Нимәгә ул миңә бисә? Ниндәйе эләгә әле. Былай рәхәт бит!” тип апайҙарының балаларын ҡарап йәшәп тик ята.

Себерҙән ҡайтҡас эскеләп ала торған ғәҙәте лә бар. Был йыл шул “Великолепный век”ты күрһәткән йылды бер ҡатын ауыл ирҙәре йыйылып эскән ергә ирен эҙләп барып ингән дә, телһеҙ ҡалған. Минең күрше, ә уның исеме Ибраһим, юғарыла ултыра, ти. Эре генә эргәһендәге ирҙәргә ҡулын үптереп: “Мин Ибраһим паша! Һеҙ миңә буйһонорға тейеш!”-тип ҡысҡыра икән.

Тегеләре тыңлап ҡулын үбә икән. Үпмәҫ инеләр, аҡса бит себерҙән ҡайтҡан кешелә, ә уларҙың бер тине лә юҡ. Шунан һуң уны ауылда Ибраһим паша тип йөрөтәләр. Теге ялда “Ҡоҙа, киноң башланған бит тағы”,-тигәйнем, ҡәнәғәт кенә йылмайып өйөнә инеп китте. Ауыл ирҙәренә беҙҙең Ибраһим пашаның ҡулын тағы үбергә тура килә инде.

Г.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: