Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
25 Ғинуар 2022, 21:20

Аҡса бик кәрәк шул

Төпкөл ауыл ҡыҙы шулай йәшәп ятһынсы әле

Бәхет – аҡсала түгел, тиҙәр. Бәхәсләшәм.
Мин бала саҡтан нимә кейергә тип уйлап үҫтем. Тиҫтер ҡыҙҙар береһенән-береһе матур күлдәк кейгәндә алама кофтама ҡарап нимә эшләргә белмәй инем. Ашау яғынан да өҫтәлдә тик картуф һәм макарон булды. Кейәүгә сыҡҡас иптәшемдең магазинда әйберҙәрҙең, аҙыҡ-түлектең хаҡына ла ҡарамай алыуына саҡ күнектем. Мин уның бик етеш ғаиләнән икәнен белә инем, әммә үҙем дә шулай йәшәрмен тип уйламаным. Миңә берәй кейем һатып алғанда: “Ҡиммәт бит”,- тиһәм, ирем йылмая ла ҡуя ине. Әкренләп мин дә ҡурҡмайынса аҡса тотонорға, буш ваҡыттарымда рәхәтләнеп спорт менән шөғөлләнергә ваҡыт таптым. Өфөләге ике ҡатлы ҙур йортома ҡарайым да, кисәге төпкөл ауылы ҡыҙы шулай йәшәп ятһын әле, тип үҙемә-үҙем ышанмай китәм. Улыбыҙға ла йәне теләгәнен алып бирә алыуым, төрлө түңәрәктәргә йөрөтә алыуым менән бәхетлемен. Уға ата-әсәһе бер ҡасан да: “Кейемде бигерәк тиҙ туҙҙыраһың!”,-тип әйтмәйәсәк.
Шулай, бәхетле йәшәү өсөн аҡса кәрәк ул!
Гөлфиә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: