Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
20 Ғинуар 2022, 21:00

Хоҙай аҡылдан айырмаһын

Ул беҙҙе туҡтауһыҙ уның йортон тартып алып, уны бикләп тотоуҙа, ашатмауҙа ғәйепләне.

Кешеләргә бушҡа ғына бәхетле ҡартлыҡ теләмәйҙәрҙер. Минең ата-әсәйем иртә мәрхүм булды. Ҡәйнәм икенсе ауылда йәшәй ине. Балалар менән барып йөрөнөк, барыһы ла яҡшы ине. Тик өлкәнәйә бара ул яңылыша башланы. Дауаханаға күрһәткәс, Альцгеймер ауырыуы, ул төҙәлмәй тинеләр. Ирем уны беҙгә күсергә саҡырҙы, тик ҡәйнәм ҡырҡа ҡаршы ине. Тиҙҙән ауылдаштары беҙгә көн дә шылтырата башланы: янғын сығара яҙған, төнөн кешеләрҙе уятып, урлыҡта ғәйепләп йөрөгән, бер кешегә һуҡҡан... Бер көн зиһене асылып киттеме икән, иремә шылтыратып: “Улым, алып ҡайт үҙеңә. Мин былай йөрөһәм, юҡҡа сығасаҡмын”,-тине.

Шунан беҙҙең “күңелле” тормош башланды. Ул беҙҙе туҡтауһыҙ уның йортон тартып алып, уны бикләп тотоуҙа, ашатмауҙа ғәйепләне. Әле генә ашатаң, биш минуттан һуң: “Мин өс көн ашағаным юҡ”,-тип илай. Бер көн нисектер өйҙән ҡасып китеп, полиция менән көскә таптыҡ. Ауырып атлай алмай түшәктә ятҡанда ла шыуышып ҡайҙалыр ҡасырға маташа ине. “Ҡайҙа бараһың?”-тип һораһа., “Өйҙә әсәйем көтә”,-тиер ине.

Беҙ уны 8 йыл ҡараныҡ. Аҡылына килмәне. Үлер алдынан ғына һис ауырымаған һымаҡ матур итеп бәхилләште. Эй, Хоҙай, бәхетле ҡартлыҡ бир, аҡылыбыҙҙы алма инде!

С.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: