Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
20 Ғинуар 2022, 11:40

Дуҫымды юғалттым

Атаһы менән аралашмай

Бала саҡ дуҫым атаһы менән аралашмай. Ата кеше уны-6 йәшлек малайҙы, әсәһен һәм һеңлеһен өйҙән ҡыуып сығарған. Күп тә үтмәй һөйәркәһен алып ҡайтып йәшәй башлаған. Дуҫым ҙурайғансы атаһын ғәфү итмәй, күрә алмай йәшәне. Атаһы уға 18 йәш тулғанда килеп арзанлы ғына гитара бүләк итеп китте. Дуҫым һәр саҡ атаһын күрә алмауын, ни өсөн ғаиләһен шул хәлгә төшөргәнсе рәнйетеүен аңламауын тылҡып йәшәне. Ә кисә дуҫымдың ҡатынын һәм бәләкәй балаһын ташлап икенсе ҡатынға сығып китеүен ишеттем. Уны күргәс: “Атайыңа шылтырат, хәҙер һеҙ бер-берегеҙҙе аңларға тейешһегеҙ”,-тинем. Яман итеп ҡараны ла, китеп тә барҙы. Балалыҡ дуҫымды юғалттым, шикелле...

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: