Һаҡмар
+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
15 Ғинуар 2022, 19:05

Эх...

Өсөнсөһө айырылһа ла...

Ҡәйнешемдән өсөнсө ҡатыны айырылып ҡайтып китте. Әмәлгә, быныһынан балаһы булып өлгөрмәне. Сөнки тәүге ике ҡатынынан булған улдарына алимент түләмәҫ өсөн официаль эшкә урынлашмай. Иң аптыратҡаны: был юлды уға ҡәйнәм өйрәтә, йәнәһе, һине эшкә һанамай айырылғастар, балаларын да үҙҙәре ҡараһын. Ә улының туҡтауһыҙ эсеүе, аҡса эшләмәүе һаналмай! Өсөнсө килен ҡайтып киткәндең икенсе көнөнә ҡәйнеш беҙгә килеп ингән. Уның иремә: “Их, ағай, ул да булдымы тормош! Ҡатыным булғанда эсергә бирмәй ине, хәҙер эсергә бар ҙа – закускам бөтөнләй юҡ. Ҡана, еңгәйҙең берәй банка салатын биреп ебәр әле”,-тигәнен ишетеп, ҡыуып сығарҙым. Хәҙер ҡәйнәмә мин яман булып ҡалдым.

И.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: