Һаҡмар
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
13 Ғинуар 2022, 21:10

Тағы яңғыҙ ҡалдым...

Ике мәртәбә айырылған ир кәрәкмәй икән...

Ни өсөн ҡатындар өсөн һәр саҡ ирҙәр ғәйепле ул? Мин ике мәртәбә өйләнеп, айырылдым. Тик минең теләгем буйынса түгел, ә ҡатындар ташлап китте. Эске менән мауыҡмайым, һуҡҡаным булманы береһенә лә. Ә хәҙер өйләнәм тиһәм, ҡатындар таныша, әммә айырылған булғанымды ишетһәләр, баш тартҡан булалар. Әйтерһең үҙҙәре айырылмаған!

Ярты йыл элек бер ҡатын менән таныштыҡ. Бик оҡшаттым уны. Аҡса яғынан ауырлыҡ кисергәс, кредиттарын үҙем түләнем, өйөн ремонтланым. Көҙгә өйләнермен тип уйлағайным. Тәҡдим яһаным. Ә ул риза булманы. “Ниңә?” тип һорағайным, “Ике мәртәбә айырылған ир кәрәкмәй” тине. Үҙе лә бит кейәүҙә булып айырылған, тормошта төрлө хәлдәр була. Барыһы ла һәйбәт ине бит, ә хәҙер тағы яңғыҙ ҡалдым.

Й.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: