Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
10 Ғинуар 2022, 20:00

Нисәмә йылдар үтһә лә

Аяғыма баҫтым, әммә тағы ҡоланым. Ҡайтып етә алмаҫымды аңланым һәм урамда туңып үләсәгемә күндем.

Был хәлде әле лә онота алмайым. Ун биш йыл элек булды ул. Дуҫымды әрмегә оҙатыу кисәһенән ҡайтып барам. Иҫерекмен. Ҡаршыма өсәү килеп сыҡты, тәмәке таптырҙылар, унан туҡмай башланылар. Аңыма килгәндә курткам да, кәпәсем дә юҡ ине. Ҡыш, зәһәр һыуыҡ. Аяғыма баҫтым, әммә тағы ҡоланым. Ҡайтып етә алмаҫымды аңланым һәм урамда туңып үләсәгемә күндем. Төнгө икелә был дүрт үҫмер ҡайҙан килеп сыҡҡандыр: ике малай һәм ике ҡыҙ? Ҡапыл арҡама йылы булып китте һәм адресымды әйтеп тағы онотолдом. Уянғанда өйҙә ятам, янымда табиптар, полиция. Ағайым үҫмерҙәрҙең мине, 100 килограмға яҡын ауырлыҡтағы кешене, арҡаһына һалып алып килеп еткереүҙәрен һөйләне. Рәхмәт әйтер өсөн эҙләнем уларҙы, таба алманым. Йылдар аша өндәшкем килә - уларға иң йылы хистәремде еткерәм! Был донъяла һеҙ иң бәхетле кешеләр булып йәшәйһегеҙҙер, тип ышанам.

Морат.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: