Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
28 Декабрь 2021, 19:20

Милиция алып китә тип уйланыҡ

Кәләштәр билмән эшләп, өҫтәл әҙерләгәнсе, кесе бажаның өйөнә барып, йәһәтләп байрам итергә булдыҡ. Ипләп кенә өйҙән сығып һыҙҙыҡ...

Был хәл совет осоронда булды. Беҙ өс бажа Яңы йылды һәр саҡ бергә ҡаршы ала инек. Кәләштәр билмән эшләп, өҫтәл әҙерләгәнсе, кесе бажаның өйөнә барып, йәһәтләп байрам итергә булдыҡ. Ипләп кенә өйҙән сығып һыҙҙыҡ.

Йәйәүләп, ҡаланың икенсе осона тиклем барып еттек. Йәһәтләп Иҫке йылды оҙата башланыҡ. Ул ваҡытта кеҫә телефоны түгел, өй телефоны ла юҡ. Бер кем борсомай. Ныҡ байрам итеп ташлағанбыҙ, ҡараһаҡ сәғәт ун тулып килә. Яңы йыл ҡаршылаясаҡ йортҡа йүнәлдек. Йәһәтерәк барып етергә кәрәк. Тик ҡайҙан инде! Шул саҡ яныбыҙға милиция машинаһы килеп туҡтаны. “Бөттө баш, Яңы йылды медайнытҡыста ҡаршыларға тура киләсәк”,-тип уйлабыҙ. Беҙҙе тейәп алған милиционерҙар беҙҙе әйткән адрес буйынса алып килде. Ҡыуана-ҡыуана, һөрлөгә-һөрлөгә төштөк тә, өйгә ыңғайланыҡ. Шул саҡ бер милиционер килеп төштө лә: “Туҡтағыҙ”-тип ҡысҡырҙы. Был кире уйлаған, беҙҙе хәҙер алып китә тип тағы ҡурҡтыҡ. Ул яныбыҙға килеп етте лә: “Ҡулығыҙҙы һоноғоҙ!”-тине. Мин: “Был ҡулыбыҙға бығау кейҙереп тороп алып китергә уйлай”,-тип ҡалтырана башланым. Ул арала өйҙән ҡатындар килеп сыҡты. Милиционер беҙҙең һонған ҡулдарға берәр ... мандарин һалып сыҡты ла. “Яҡынлашып килгән Яңы йыл менән! Һеҙ ҙә мөғжизә көтәгеҙ бит”,-тип машинаһына ултырып китте. Милиция алып китмәһә лә, ҡатындарҙан күпте ишетергә тура килде инде.

Нисәмә тиҫтә йыл элек булған шул йәшлек мажараларын әле лә һағынып иҫкә алабыҙ. Сөнки урамда мөғжизә таратҡан милиционерҙар ҙа юҡ, йәйәүләп, саҡырыуһыҙ ҡунаҡҡа йөрөүҙе лә күптән оноттоҡ.

Ә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: