Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
28 Декабрь 2021, 21:35

Етем ҡатындың күҙ йәштәре көслө була...

“Һин бит яңғыҙ ҡатын. Парлылар араһында һинең бер үҙеңә уңайһыҙ булыр бит”,-тинеләр...

Өс малай араһында яңғыҙ ҡыҙ үҫтем. Күршелә 4 ҡыҙлы ғаилә. Мин бала саҡтан йырлай инем. Бер сара, бер конкурс минһеҙ үтмәне. Ә сәхнәгә кейеп сығырға күлдәк юҡ. Уңайһыҙланып ҡына күрше ҡыҙҙарынан һорап алам. Бирәләр. Йырлайым да, еңеүҙәр яулайым. Класс етәксебеҙҙе лә маҡтайҙар. Ул перәник-кәнфитен тотоп өйгә әсәйгә рәхмәт әйтергә килә. Әсәй һис ни булмағандай күстәнәстәрен ала ла ҡала. Ә миңә бер һүҙ әйтмәне маҡтап! Шунда, исмаһам. Бер тапҡыр: “Ҡыҙым, маладис, икенсе ваҡыт һиңә матур күлдәк алып бирермен. Үҙ күлдәгеңде кейеп йырларһың”,-тине. Юҡ! Берҙе лә әйтмәне. Яңғыҙ ҡыҙ булараҡ минең матур-матур күлдәктәр күп булырға тейеш ине лә бит ағайымдарҙың һәләмә свитер, салбарҙарын кейеп үҫтем. Хатта эске кейемдәрем дә һанаулы булды.

Өләсәйемә һыйынып үҫтем. Ул гел ойоҡ-бейәләй бәйләне, йөн иләне. Ҡыҙына ярҙам итәм тип уйлағандыр инде. Тик өләс кенә мине яратты. Мине йырлата ла, илар ине. Унан: “Моңло кеше – бәхетһеҙ була. Һин башҡалар алдында йырлама. Миңә генә йырла. Һин йырлағанда мин изге теләктәремде, доғалар теләп ултырам. Башҡалар улай түгел бит. Көнләшкәндәр, күрә алмағандар бар. Уларҙың ҡараһы һиңә лә йоға”,-тип йыш ҡабатлар ине. Тик тыңламаным шул...

Бер көн шулай сәхнәлә Фидан Ғафаровтың бер йырын һуҙам. Ҡапыл бер егет миңә ҡушылып йырларға сыҡты. Беҙҙең ауылға килгән шофер егеттәрҙең береһе ине ул. Халыҡ беҙҙе илап тыңланы, унан ҡабат-ҡабат һорап йырлаттылар. Шулай итеп беҙ бер ғаилә булып киттек. Тик ирем менән оҙаҡ бергә йәшәмәнек. Балабыҙ булманы. Ирем шофер булһа ла, ныҡ эсә ине. Аварияға тарып үлде. 40 йәше лә тулмаған ине. Ул саҡта балалар йортонан сабый алыу юҡ ине беҙең яҡта. Булһа, һис икеләнмәй алыр инем. Тик мин үҙемде уйламаным, ағайҙарымдың балаларына йөрәк баҫтым. Барлыҡ эш хаҡым уларға китеп торҙо. Тағы иргә сығыу, кем менәндер осрашыу теләге лә булманы, ваҡыт та. Ағайҙарҙың балалары өйләнә башланы. Уларға алдан өйөм-өйөм бүләктәремде әҙерләнем. Тик мине бер туйға саҡырманылар. Тәүге туй ваҡытында “кеше күп булмай” тинеләр. Икенсеһендә “Өфөлә, килен яғында үткәрәбеҙ, машинала урын юҡ” тинеләр. Өсөнсөһөндә алдаша алманылар, шикелле. “Һин бит яңғыҙ ҡатын. Парлылар араһында һинең бер үҙеңә уңайһыҙ булыр бит”,-тинеләр. Эйе, теләһә нисек йөрөгән, ағайым өҫтөнән уйнаш иткән еңгәм өҫтәл түрендә ултыра, ә мин – уларҙың балаларын үҫтергән, үҙҙәренә бер туҡтауһыҙ ярҙам иткән кеше ситтә ҡалам.

Яңғыҙлыҡ йоҡмай ул. Эх, кешеләр, ниндәй ауыр гонаһ алаһығыҙ яҙмышығыҙға. Етем ҡатындың күҙ йәштәре көслө була ул...

Г.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: