Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
28 Декабрь 2021, 11:00

Атайым минең үлемемде теләй

Ғәрләнеп илап, һеҙҙең кәңәштәрегеҙҙе тыңлағым килә. Әсәйем менән атайым бер-береһен белһәләр ҙә, яратышып өйләнмәгән. Әсәйем тәүге тормош иптәшенән 6 йәшлек улы менән айырылышып ҡайтҡас, өләсәйемдең кәңәше буйынса тағы ла бер тапҡыр бәхетен һынап ҡарарға теләп, атайыма кейәүгә сыға. Бер-бер артлы ике ҡыҙ бала донъяға килгәнбеҙ. Тик бына әсәйемдең генә бәхет кенәһе булманы шул. Атайым эсте. Әсәйемде лә, ағайымды ла ныҡ туҡманы. Әсәйемдең күҙенән мәңге күк китмәне, бәҙрәфкә барып та кесе ярау итә алмай торғайны...

Ғәрләнеп илап, һеҙҙең кәңәштәрегеҙҙе тыңлағым килә. Әсәйем менән атайым бер-береһен белһәләр ҙә, яратышып өйләнмәгән. Әсәйем тәүге тормош иптәшенән 6 йәшлек улы менән айырылышып ҡайтҡас, өләсәйемдең кәңәше буйынса тағы ла бер тапҡыр бәхетен һынап ҡарарға теләп, атайыма кейәүгә сыға. Бер-бер артлы ике ҡыҙ бала донъяға килгәнбеҙ. Тик бына әсәйемдең генә бәхет кенәһе булманы шул. Атайым эсте. Әсәйемде лә, ағайымды ла ныҡ туҡманы. Әсәйемдең күҙенән мәңге күк китмәне, бәҙрәфкә барып та кесе ярау итә алмай торғайны. Беҙ, ике ҡыҙ бала, таң атҡансы йоҡлай алмай, ҡурҡып ултыра торғайныҡ, иҫтән яҙған саҡтар ҙа булды. Барыһы ла булды... Атайым эсмәгән сағында һәйбәт тә ул, тик ныҡ псих үҙе. Бер һүҙ әйтеп булмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ағайым үҙ-үҙенә ҡул һалып ҡуйҙы. Әсәйем дә уның менән бергә һүнде. Ағайым үлгәс тағы ла нығыраҡ башланды өйҙә ғауға. 9 йылдан һуң әсәйем дә ағайымды юғалтыу ҡайғыһынан, ҡаты ауырып, вафат булды. Ярай ҙа ул ваҡытҡа беребеҙ кейәүгә сығып өлгөргәйне. Әсәйем үлеп, 3 ай үтеп тә өлгөрмәне, атайым яңы ҡатын алып ҡайтты. Эскән ҡатын булып сыҡты ул. Йәшәй алманылар. Шунан тағы... тағы... тағы... Атайымдың холҡо булмағас, бер кем дә түҙеп йәшәй алманы.

Үҙем хәҙер күрше районда кейәүҙәмен. Атайым эскән һайын, туңып үлеп ҡуймаһын, тип алып ҡата инем. Хәҙер ҡаралмаған, тәрбиәләнмәгән өй булғас, унда йәшәрлек түгел. Беҙҙә йәшәй.Эшләмәй бер ҡайҙа ла, өйҙә булһа ҡулынан телефоны төшмәй. Ә беҙ ирем менән икебеҙ ҙә эшләйбеҙ. Тағы бер ҡатын менән танышҡан. Ҡайһы ваҡыт ҡайтмай ҙа ҡала. Эшкә төш, тип һүҙ башлаһам, мине яратмай. 15-20 меңгә эшләп тә тормайым, тип оҙон һүҙгә етә. Уға бит әле 60 йәш тә тулмаған. Балаларымдың ҡотон алып, ҡысҡырып-аҡырып, мине ҡарғап, үлеүеңде теләйем, тип сығып китте. Беҙҙә йәшәй-йәшәй ҙә, һеҙгә ризалығым юҡ, тип ҡарғанып сығып китә лә, бер аҙҙан кире әйләнеп ҡайта. Шул тиклем ҡыйын миңә? Нимә эшләргә? Кем ғәйепле? Үҙемме? Балаларымдан, иремдән уңайһыҙ хатта. Улар бер һүҙ ҙә әйтмәй. Икенсе кейәүе менән атайым  аралашмай.

Яҙһаң күп инде, әсе яҙмышлы китап яҙырлыҡ. Нимә эшләргә миңә апайҙар? Кәңәш бирегеҙсәле.

Сығанаҡ: "Серләшәйек Башҡортостан"

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: