Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
27 Декабрь 2021, 14:15

Ә ул бәхетле...

Ҡатындан ни өсөн улайтҡанын һораным. Мин бәхетле булғым килә, тине...

Ҡатыным ташланы. Дөрөҫөрәге урамда тороп ҡалғанымды үҙем дә һиҙмәй ҡалдым. Өй төҙөнөк матур итеп. Мин документ эштәренә ҡыҫылманым. Ҡатыным барыһын да эшләп барҙы. Нимәгәлер подпись кәрәк саҡта мин ҡабалан саҡта алдыма алып килеп һалыр ине. Иғтибар ҙа итмәнем, теләһә нәмә уйламаным да. Һөҙөмтәлә уның бар донъяны үҙенә теркәп сыҡҡаны асыҡланды.

Ике ҡатлы йорт әҙер, ә миңә унда урын юҡ. Был хаҡта белгәс, эсеп алып ҡайғынан, ныҡ ҡаңғырҙым. Һуҡманым ҡатынға, бер ҡасан һуҡҡаным юҡ. Ә бына өйҙәге күпмелер нәмәне онтағанмын. Ул полиция саҡыртҡан. Алдан шулай уйлаған булған икән. Хәҙер мин төҙөгән йортта үҙенән ун биш йәшкә кесе егет менән йәшәй. 4 бала бар. Улар илай “Атай, һинең менән йәшәгебеҙ килә” тип. Ә мин алама йортта тороп ҡалдым. Кем миңә балаларҙы бирһен? Ҡатындан ни өсөн улайтҡанын һораным. Мин бәхетле булғым килә тине. Балалар илай, мин көн-төн эсәм дә эсәм, ә ул бәхетле...

М.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: