Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
26 Декабрь 2021, 14:05

Мине лә алып кит!

Әсә кеше нимә эшләргә белмәй: “Тыңламаһаң, хәҙер анау бабайға биреп ебәрәм”,-тип миңә төртөп күрһәтте.

Магнит” супермаркеты янынан китеп барам. Кис. Кешеләр эштән, балаларын баҡсанан алып ҡайта, аҙыҡ-түлек алырға йүгерә. Шул саҡ бер ғаиләне күреп ҡалдым. 5-6 йәштәрҙәге малай ата-әсәһен магазин яғына һөйрәй, тыңламай, мыжый. Әсә кеше нимә эшләргә белмәй: “Тыңламаһаң, хәҙер анау бабайға биреп ебәрәм”,-тип миңә төртөп күрһәтте.

Әлегә үҙемде бабай тип һанамағас ҡыйын булып китте. Шулай ҙа мин дә шаяртырға булдым: “Әйҙә, минең менән, ҡурҡма. Мин һиңә туйғансы компьютерҙа уйнарға рөхсәт итермен. Йоҡларға ла теләгән ваҡытыңда ғына ятырһың”,-тинем. Малай йылмайып, миңә ҡарай ынтыла башланы. Ҡатын яман итеп ҡараны ла, “Исмаһам, һин берәй нәмә әйт!”-тип иренә төбәлде. Ата кеше бер миңә, бер улына ҡарап торҙо-торҙо ла: ”Ә миңә лә һеҙҙең менән барырға яраймы?”-тимәһенме!

Б.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: