Һаҡмар
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Йөрәк яныр серҙәр бар
22 Декабря 2021, 16:05

Көлә етә, артынан һөрә етә

Насар уҡыһа ла...

Йәйгеһен элекке синыфташтарым менән осрашыуға барып, әле һаман да ҡыуанып бөтә алмайым. Мәктәп тә, кабинеттар ҙа шул уҡ. Бер нәмә лә үҙгәрмәгән. Уның ҡарауы – синыфташтар! Ҡасандыр минең хис-тойғоларымдан көлгән малай һимеҙ, ҡурҡыныс, пеләш башлы иргә әйләнгән. Үҙҙәрен һауалы тотҡан, эрекәс ҡыҙҙарыбыҙ ҙа үҙгәргән – үҙен ҡарамаған, сәрелдәк тауышлы, ямаҡай ҡатындарға әүерелгән. Беҙҙе – өс ҡыҙҙы һәр саҡ ситкә этәрәләр, беҙҙән мыҫҡыл итәләр ине. Һөҙөмтә – өсөбөҙ ҙә яҡшы урында эшләйбеҙ, һәр беребеҙҙең фатиры ла, машинаһы ла бар, бик йәш күренәбеҙ. Иң һөйөндөргәне – гел “икеле”, “өслө”гә уҡыған синыфташым булды. Ул һәр саҡ үҙ фекерен ҡурҡмай әйтә торғайны, бер кемгә лә яҡшатланманы, шуға күрә уҡытыусылар ҙа, синыф етәксебеҙ ҙә уны күрә алмай торғайны. Силәбелә йәшәй икән, бер нисә магазины бар. Уның хәтәр машинаһын күреп синыфташтар ҙа, уҡытыусылар ҙа көнсөллөгән шартлай яҙҙы, буғай. Шулай була ул – донъя алмаш килә!

Света.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас