Иң яҡын әхирәтем туйынан һуң минең менән бөтөнләй һөйләшмәй башланы. Нимә булғанын аңламай, аптыранып йөрөнөм. Үҙенән һораһам – өндәшмәй. Һуңынан кеше аша әхирәтемдең мин туйҙа аҡсаны иң әҙ һалған кеше булған өсөн үпкәләгәнен белдем. Йәнәһе лә, туйға төшкән аҡса туй сығымдарын ҡапламаған. Бына һиңә мә! Ә мин уға туйҙы ойошторорға ярҙам иттем, төрлө уйындар өсөн үҙ аҡсама приздар һатып алдым. ЗАГС-ҡа китер алдынан өҫтәлде лә әсәһенә мин әҙерләштем. Күрәһең, улары һаналмайҙыр инде. Ул буштан-бушҡа көйөп, илап алып киткәндә лә, янында тик мин булдым. Уның ҡарауы уйламағанда “һаран” ҡушаматын алдым. Ә бит ул минең ошо осорҙа аҡса проблемаларым барлыҡҡа килеүен бик яҡшы белә ине.
Бер яҡтан, әхирәт тип йөрөгән кешегә күҙем асылғанға бик шатмын.
Лена.