Һаҡмар
+24 °С
Облачно
Антитеррор
Йөрәк яныр серҙәр бар
20 Декабря 2021, 17:30

Ағайым өсөн борсолам

Мин сабый саҡта әсәйем мине биҙрәлә батырып үлтерергә уйлаған, тик 12 йәшлек ағайым күреп тартып алған һәм әсәйемдән мине үҙенә биреүен ялбарған...

Мин эскесе ғаиләһендә тыуып үҫкәнмен. Аслы-туҡлы баласағымды насар хәтерләйем. Был һәйбәттер ҙә. Сөнки насар хәтирәләр күңелдә йәшәргә тейеш түгел. Ағайыма 18 йәш тулғас уның менән йәшәй башланыҡ. Уйламағанда ҡурҡыныс хәбәр ишеттем. Мин сабый саҡта әсәйем мине биҙрәлә батырып үлтерергә уйлаған, тик 12 йәшлек ағайым күреп тартып алған һәм әсәйемдән мине үҙенә биреүен ялбарған. “Ҡустымды үҙем ҡарап үҫтерәм”,-тигән.

Һәм ысынлап та мин һәр саҡ ағайымдың хәстәрлекле ҡарашын тойоп йәшәнем. Алама кейенеп йөрөһәк тә, беҙҙе мәктәптә бер кем рәнйетә алманы. Сөнки ағайымдың йоҙроғонан ҡурҡалар ине. Ағайым 15 йәшендә үк эшләй башланы, беҙ уның менән айырым йәшәйбеҙ. Минең яҡшы уҡыуымды талап итте, институтҡа индерҙе. Ағайым төҙөлөш бригалары төҙөп һәйбәт аҡса эшләй. Тик һуңғы осор ниндәйҙер проблемаһы булһа әҙ-әҙләп хәмер эсеп тыныслана. Был мине бик борсолдора. Һөйләшеп ҡараным, ағайым йылмая ла ҡуя. Ә бит уның һөйләүенсә, беҙҙең ата-әсәйебеҙ ҙә ҡасандыр бик яҡшы йәшәгән, тәүҙә әҙләп эскән, унан эскесегә әүерелгән. Миңә 22 йәш, бер йотом да иҫерткес эсемлек эсеп ҡарағаным юҡ. Ағайым өсөн бик борсолам. Ул аңлаһын ине мине.

Д.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас