Һаҡмар
+29 °С
Болотло
Антитеррор
Йөрәк яныр серҙәр бар
17 Декабрь 2021, 15:00

Йәшәүҙән йәм тапмай

Балалар менән 110 килограмм атайыбыҙҙы икенсе ҡаттан көскә төшөрҙөк. Ҡотҡарып ҡына өлгөрһәк ине, тип иланым.

Иремде яраттым, хәҙер ҙә яратам. Әммә мин уны аңлай алмайым. Бер йыл элек уны инсульт һуҡты. Ярай ял көнө ине, мин уның ниндәйҙер аңлайышһыҙ тауыш сығарғанына йүгереп сыҡтым. Балалар менән 110 килограмм атайыбыҙҙы икенсе ҡаттан төшөрҙөк. Ҡотҡарып ҡына өлгөрһәк ине, тип иланым. Ҡотҡарҙылар. Әммә уның ошо хәле уның ялҡаулығы арҡаһында булды. Ҡайта ла, диванға ҡолай. Ашай ҙа, шунда уҡ барып ята. Күпме әйтеп ҡараным, ярамай улай, хәҙер йәшең дә бара тип. Шәхси йортта йәшәһәк, ишек алдында эшләр ине. Ә фатирҙа ирҙәргә ниндәй эш? Бына һөҙөмтәлә һимереп китеп, инсульт һуҡты.

Мин уны барыбер терелтеп алдым. Тәүҙә һөйләшә лә алмай ине, ә хәҙер матур итеп һөйләшә тороп йөрөй. Инвалидлығының төркөмөн дә рабочий – өсөнсө төркөмгә ҡайтарҙылар. Бының өсөн мин уның менән күпме шөғөлләнгәнде балалар ғына белә. Йүнәлде, әммә тағы шул диванға барып ята башланы. Йәшәүгә тәме бөтөнләй юҡ. Элек мин әҙерәк һуңлап ҡайтһам ҡыҙғана торғайны, хәҙер иҫе лә китмәй. Кистәрен тышҡа бергә йөрөп килергә саҡырам. Диванынан торғоҙа алмайым. “Миңә йәшәргә күп ҡалманы” тип ята. Нисек ярҙам итергә иремә? Бик йәлләйем үҙен. Йәнем дә көйә. Һауыҡты бит инде, юҡ ерҙән проблема яһап, диванға һуҙылып ятты ла ҡуйҙы. Анон.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас