Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Йөрәк яныр серҙәр бар
16 Декабря 2021, 17:35

Һағышлы бәхетем

Йүгереп барып һинең ҡосағыңа һыйынам, унан кире этәм... Күпмегә һуҙылыр икән ошо татлы ғазап?..

Берсә илайым, берсә көләм... Йүгереп барып һинең ҡосағыңа һыйынам, унан кире этәм... Күпмегә һуҙылыр икән ошо татлы ғазап?

- Йәнем, беҙ бергә булырға тейеш бит!

Һинең тауышың шул тиклем ялбарыулы булып, йөрәгең төбөнән урғылып сыға.

- Ярамай!

- Ниңә ярамай?

- Һинең ҡатының бар...

- Һуң нисәмә йылдар бергә йәшәмәйбеҙ, исмаһам, бер бөртөк бала тапманы...

- Һөйләмә, уның хаҡында һөйләмә.

- Илайһың?

- Һағышлы бәхетемдән. Бына күктәр ҙә, йондоҙҙар ҙа шаһит – яратам һине! Оҙайлы йылдар өҙөлөп яратам, тик ярамай!..

Тағы ҡосағыңа атылам. Бер-беребеҙгә һыйынып, йөрәктәребеҙҙе тыңлап, тын ҡалабыҙ.

Һағышлы бәхетем минең... Был донъяла бергә була алмаһаҡ та, йәндәребеҙ мәңгелек донъяла бергә ҡушылыр...

И.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас