Һаҡмар
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Йөрәк яныр серҙәр бар
15 Декабря 2021, 16:25

Кәрәкһеҙ байрам

Оҙайлы ял эшлеләрҙе лә эшлектән сығара...

Оҙайлы Яңы йыл каникулы кемгә һәм нимә өсөн кәрәк икән ул? Бына хәҙер тағы шул кәрәкһеҙ байрам етә!

Кешеләр ялҡаулыҡҡа өйрәнһен өсөнмө?! Таңғы 4-тә лә кешеләрҙең уты балҡый, унан кискә тиклем урамда бер кем юҡ. Балалар үҙ-үҙенә тапшырылған, сөнки атай-әсәйҙәр ҡунаҡ була ла йоҡлай, ҡунаҡ була ла йоҡлай. Күпселек шулай итә бит? Ниңә йәшерергә? Ул байрам ике-өс көн булһа - артығы менән етер ине. Былай ҙа эшһеҙҙәр күп, ә был оҙайлы ял эшлеләрҙе лә эшлектән сығара. Йөрө инде: “Балалар эсеп алып китеп эшенә сыға алмай ҡуймаһын”,-тип ҡурҡып. Беҙҙең халыҡтың әҙәмсә ял итә белмәүен етәкселәр ҡасан аңлар икән?! Күпселек бер йыл ашарын ике аҙнала ашап бөтәләр ҙә, шунан аҡса һорап хәйерсәләп йөрөйҙәр! Накипело!!!

Ағағыҙ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас