Иптәшем ауыҙына бөтөнләй хәмер алмауына 15 йыллап ваҡыт үтте. Элек һирәкләп эсһә лә – нисегерек “һуғып” ала торғайны! Былай бер кемгә насарлығы теймәне, әммә мажара артынан мажараға тарый торғайны. Һуңғы эсеүе лә Яңы йыл төнөндә булды. Мин 31-е төшкә тиклем эшләй инем. Иремдең ял көнө булғанға мин ҡайтҡансы өйҙө таҙартып ҡуйырға, салатҡа тигән йәшелсәне, йомортҡаларҙы бешереп ҡуйырға вәғәҙәләп ҡалды. “Эсеп ҡуйма” тиһәм, “Һин нимә? Кис ҡайнымдар килә бит! Ҡайҙан эсеү?!”-тип үпкәләп тороп ҡалды. Ышанып эшкә киттем. Төшкө 12 тирәһендә күрше шылтырата: “Өйөгөҙҙән төтөн сыға, янғын һүндереүселәрҙе саҡырттым”. Елдереп ҡайтып еттем. Кухняның асыҡ тәҙрәһенән борҡоп төтөн сыға. Йүгереп инеп ҡараһам, кәстрүлдең һыуы бөтөп, көйә башлаған. Уның эсендә кишер, сөгөлдөр, картуф һәм ... йомортҡалар! Ул арала янғын һүндереүселәр килеп етте. Уларға саҡ хәлде аңлаттым. Әрләп киттеләр. Ир юҡ бер ҡайҙа ла. Йәһәт кенә өйҙө елләтеп, табын әҙерләй башланым. Етегә атайым менән әсәйем, ҡәйнә-ҡайнымдар килде. Ир юҡ. Уның алама ғәҙәтен белгәс, мине йыуатҡан булалар. Төнгө ун беренсе яртыла телефон шылтырап китте. Йүгереп барып телефонды алдым. Иремдең тауышы ишетелде: “Һөйөклөм, мин бальниста”. Ҡотом осоп нимә булғанын һорайым. Мин эшкә киткәс, класташы килгән икән. Яңы йылды әҙерәк билдәләргә тип “ярты” алып килгән. Етмәгән. Класташы магазинға барып килергә тәҡдим иткән. Тик ирем салатҡа нәмәләр бешерергә кәрәк икәнлеген әйткәс, дуҫы: “Барыһын бер кәстрүлгә һал да, беҙ ҡайтҡансы как раз барыһы әҙер була”,-тип “аҡыллы” кәңәш биргән. Магазин янында күптән күрмәгән тағы бер класташын осратҡандар. Ул ҡустыһына ултырып Баймаҡҡа магазинға йыйынған. Былары ла: “Баймаҡта нәмәләр арзаныраҡ бит. Йәһәт кенә барып киләйек”,-тип ҡуша сығып киткән. Юлда уҡ өсәүләшеп Яңы йыл ҡаршы ала башлағандар. Баймаҡҡа килгәс, бер кафела дауам иткәндәр. Ирем ҡайтырға кәрәк икәнлеген хәтерләп урамға “попутка” эҙләп сығып киткән. Юл ситендә торған ике шыршыны күргән дә, ҡултығына ҡыҫтырып алған. Улары һатыуға сығарылған булған икән. Быны баҫтыра башлағандар. Ирем ҡасып барып төҙөлөп ятҡан йорттоң башына менеп киткән дә, шунан ҡолап төшкән. Аяғы һынған. Баҫтырып килеүселәр “Ашығыс ярҙам” саҡыртҡан.
Ирем: ”Килеп ал мине. Яңы йылды өйҙә ҡаршы алғым килә”, - тине. “Нисек киләйем мин?! Тиҙҙән Яңы йыл етә!”- тип тегене әрләй башланым. Айнығып етмәгән ирем: “Яңы йылға әйт һуң, килмәй торһон”,-тигәс, телефонды ташланым. Атайым менән ҡайным уны йәлләп юлға сыҡты. Яңы йылға ун минут ҡалғас килеп инделәр. Ирем байрамды һут менән ҡаршы алды. Ошонан һуң аҡыл да ултырҙы.
Люциә.