Һаҡмар
+7 °С
Облачно
Антитеррор
Йөрәк яныр серҙәр бар
10 Декабря 2021, 16:00

Яратмай сыҡтым

Дөрөҫөн әйткәндә баламдың кемдән икәнен белмәйем: иремдәнме әллә теге егеттәнме икәнен...

Әсәйем менән атайым эсергә яратты. Ғүмер буйы бер бәләкәс кенә өйҙә, бер бүлмәлә йәшәнек. Атайым үлгәс, әсәйемдең ирҙәре бер-бер артлы алышына ғына. Һеңлем минән ике йәшкә кесе. 18-е тулмаҫ борон бала тапты. Ирһеҙ. Ҡышҡы кейемем, йылы итектәрем генә түгел, ә трусик-лифчиктарым булмағанға көйөп-илап йәшәнем. Туғыҙ класты бөткәс, анан-мынан училищела уҡып алдым инде. Унда башҡалар араһында иң алама кейенгәне, аҡсаһыҙы мин инем. Осраҡлы рәүештә яҡшы урында эшләгән, аҡсалы, минән өлкән егет менән таныштым. Уны миңә запойлап эсә тип иҫкәрттеләр. Булһа ни, атай менән әсәйҙең запойҙарын күреп өйрәнгән баш. Йөрөй генә башлағайныҡ, шул ваҡытта бер егеткә ғашиҡ булып, уның менән дә йөрөй башланым.

Аҡсалы егеттең намерениелары серьезный, ә быныһы йоҡлап йөрөр өсөн генә мине алып йөрөгәне асыҡланды. Беренсеһенә во чтобы то не стало кейәүгә сығырға булдым. Тик бер кафела икенсе егетемдең алдында үбешеп ултырғанда беренсеһенең әсәһе килеп инде. Һәм әлбиттә ул беҙҙең өйләнешеүгә ҡаршы килде. Тик мин егетем менән әсәһен талаштырҙым һәм беҙ никах уҡыттыҡ. Никах ҡына әҙ икәнен аңлай инем. Шуға күрә ЗАГС-һыҙ йәшәмәйем тинем, барып яҙылыштыҡ. Рәхәт тормош башланды. Ир тигәнем айына 50-60 мең ала ла, ике аҙнаға запойға китә. Мин баштан-аяҡ кейенеп алдым, ҡаш-керпек эшләттем. Ир запойға китһә, бер ай үҙенә килә алмай. Мин рәхәтләнеп кафелар ҡыҙырам, праваға уҡып алдым, уның машинаһында йөрөйөм. Икенсе егетем менән дә осрашам. Тик ир ниҙер һиҙә башланы. Шул саҡ үҙемдең ауырға ҡалғанды белдем. Ир ҡыуанып әсәһенә әйткән. Тегеһе мине унда-бында күҙәтеп йөрөгән икән, бала һинеке түгел тигән. Ирем бала тыуғас ДНК эшләтәм тип йөрөй ине, малай тыуғас был хаҡта өндәшмәй. Ярай әле бала миңә лә, уға ла оҡшаған кеүек. Дөрөҫөн әйткәндә баламдың кемдән икәнен белмәйем: иремдәнме әллә теге егеттәнме икәнен. Ир уны ныҡ ярата. Әммә шуныһы борсой ул хәҙер әсәһе менән яңынан аралаша башланы. Сөнки запойға китеп, үлә яҙғас, әсәһе килеп ҡотҡарып ҡалды врачтар менән һөйләшеп. Беҙ уларға берҙе лә барғаныбыҙ юҡ ине, хәҙер ялдарын йөрөйбөҙ. Әсәһе миңә лә балаға ла текләп-текләп ҡарай, ниҙер һиҙенгән кеүек. Ирҙе әсәһенән нисек тағы биҙҙерергә икән? Сөнки хәҙер ир запойға китә башлаһа, әсәһе йүгереп килеп етә. Мин иркенләп сығып китә алмайым. Былай баланы әсәйгә ташлап йөрөп ала торғайным рәхәтләнеп. Мине насар һүҙҙәр менән һүгергә ашыҡмағыҙ. Мин ирҙе яратмай, ярлылыҡтан ҡасып сыҡтым. Ул был хаҡта прекрасно белде, өндәшмәһә лә һиҙгәндер.

Анон.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас