+17 °С
Облачно
Ғашиҡ булдым. “Бының менән кемде аптыратырһың”,-тиерһең. Ул ҡыҙға минән башҡа бер кем дә ҡарамай ине. Мин уның күҙҙәренә, холҡона ғашиҡ булдым. Ул һимеҙ булғас башҡа егеттәр уның менән осрашырға теләмәне. Мин был ҡыҙға ни тиклем матур булыуын тылҡыным, сәскәләр, бүләктәр ташыным. Һөҙөмтәлә, ул 16 килограмға ябыҡты һәм мине... ташланы. Хәҙер урамда күрһә лә мине күрмәмешкә һалыша. Янында уралған егеттәр ҙә күп. Ә ул яңынан һимерһә, уның янында тағы ла бер кем дә ҡалмаясағын аңлаймы икән? Кем уның күҙҙәренә генә ҡарап ғашиҡ булырға әҙер икән?
Эх, ҡыҙҙар, янығыҙҙағы яҡшы егеттәрҙе эшкә һанамай холоҡһоҙҙарға кейәүгә сығып ғүмер буйы илайһығыҙ бит һуңынан.
А.