Яратып сыҡманым мин кейәүгә. Бер аҙ тотлоғоуы ла булғас, ҡыҙғандым. Етмәһә, аҡһаҡлап та йөрөй. Үҫмер сағында ауылға өләсәйҙәренә ҡайтҡас, аяғын мотоциклдан ҡолап имгәткән булған. Ул үҙе ҡалала үҫкән егет. Мин ауылдан училищеға уҡырға килдем. Туҡталышта таныштыҡ. Икебеҙ ҙә бер яҡҡа, бер үк трамвай менән ҡайтып йөрөгәс, йыш күрешә башланыҡ. Ул үҙе миңә иғтибар итеп, күҙәтеп йөрөгәнлеген һуңыраҡ әйтте.
Береһендә ауыр сумкалар күтәргәнен күрҙем дә, аяғы ауыртҡас, ҡыйындыр һымаҡ тойолдо. Ярҙам итергә теләүемде белдерҙем. Ул тотлоға-тотлоға яуап бирҙе. Егет кеше ҡыҙҙарҙан сумка күтәртмәҫ тип, ярҙамды кире ҡаҡты. Беренсе һөйләшеүебеҙ шулай булды. Ҡайҙа уҡыуым, ҡайҙа тороуым менән ҡыҙыҡһынды. Яҙ еткәс, паркка йөрөргә саҡырҙы. Ҡоштар һайрағанын тыңлап, бергәләп паркта йөрөнөк. Ул бик романтик. Гитарала уйнап йырлай, шиғырҙар һөйләй. Иң ғәжәбе--йырлағанда һәм шиғырҙар һөйләгәндә тотлоғоуы һиҙелмәй. Мин, ауыл балаһы, бындай кеше китапта ғына түгел, ысынлыҡта ла була икән тип шаҡ ҡатып, ауыҙымды асып тыңлап ултырам да, ҡайтып китәм. Бер заман сәскәләр ташый башланы. Бүлмәгә үк оҙатып ҡуя. Әммә миндә уға ҡарата бер ниндәй хис тә уянманы. Ә бер көндө, аптыратып, кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны. Ҡаушап, юғалып ҡалдым. Шулай ҙа, өмөтләндереп йөрөү яҡшы түгеллеген аңлап, шунда уҡ "юҡ" тинем. Дөп-дөрөҫөн әйттем. "Минең һиңә ҡарата бер генә хисем дә юҡ. Яратыуҙың нимә икәнен белмәһәм дә, егет кешегә ниндәйҙер тартылыу булырға тейештер, ә ул миндә юҡ, һинең тормошоңдо емергем килмәй, үҙеңде яратҡан кешеңде эҙлә,"--тинем. Ә ул: "Һин миңә сыҡмаһаң, мин үҙемде юҡ итәм, һинән башҡа минең тормошом былай ҙа емерек,"— тине. Шул ваҡытта уның күҙҙәрендә моңһоулоҡ күреп, ҡыйын булып китте. Башыма ҡан йүгерҙе. Былай ҙа хисле генә кеше, етмәһә, аяғы аҡһаҡ, тотлоға. Әгәр минең арҡала үҙ-үҙе менән берәй нәмә эшләһә, ғүмерем буйы үҙемде ғәфү итмәйәсәкмен бит, тигән уй килде. Шулай ҙа, шунда уҡ ыңғай яуап бирмәнем. Уйларға ваҡыт һораным. Өс көндән яуап көтәм, тине. Өс көндән ҡулына сәскәләр тотоп, уҡыуҙан ҡайтҡанда ҡаршы алды. Туп-тура паркка киттек. Мин ризалығымды әйттем. Әйтәм бит, йәлләү хисе яртатыуға ҡарағанда өҫтөнлөк итте. Унан һуң, һүгенгән, тәмәке тарҡан ауыл егеттәре менән сағыштырып ҡараным. Матур һүҙҙәр ишетеү, гөлләмәләр алыу барыбер күңелгә рәхәтерәк тойолдо. Әсәһе менән таныштырырға алып ҡайтты. Әсәһе сәй әҙерләгән, әммә беҙҙең менән ултырып эсмәне. Улы күпме генә саҡырып ҡараһа ла, сыҡманы. "Әсәйҙә шәкәр сире, бик ҡаты әйтеп тә булмай, ғәйеп итмә инде,"--тине егетем. Шәкәр ауырыуының нимә икәнен беләм, өләсәйем шуның менән ауырыны. Бер ғәйепһеҙгә әсәйҙе әрләп ташлай торғайны. Шәкәре күтәрелгәс, нервылана, нимә әйткәнен дә белмәй, тип түҙҙе әсәйем. Түҙә торғас, үҙе лә шәкәр сирлегә әйләнде. Шуға күрә егетте тағы ла ҡыҙғандым. Ауыллыҡтыр инде--тағы ла ярҙам иткем килә башланы. Ауылда мунса эргәһендә шаулап үҫеп ултырыусы топинамбурҙы күҙ алдына килтерҙем. Беҙҙең әсәй шуны ашай, бында йәшәй башлағас, иремдең әсәһенә лә алып килермен, тип уйлап ҡуйҙым.
Диплом алып, эшкә урынлашыуға никах уҡыттыҡ. Ҙурлап туй үткәрмәнек. Туй үткәрерлек аҡсабыҙ ҙа юҡ. Кредит алып бурысҡа батҡы килмәне. Йәшәй башланыҡ. Иремдең мине яратыуы һәр ҡарашынан, һәр эшенән күренеп тора. Һеңлеһе йәки балаһы кеүек ҡайғырта мине. Ул тиклем ҡайғыртыуҙан ҡайһы саҡта хатта туйып та китәм. Эштән ҡайтҡанда өйҙә булһа, пальто, курткамды систерә, уны элгескә үҙе элеп ҡуя. Мин ундайҙы күреп үҫкән кеше түгел, артыҡ сөсөләнеүҙе яратып та бөтмәйем кеүек. Табынды әйткән дә юҡ инде. "Балалар араһында эшләп арығанһыңдыр, бер аҙ ял ит,"--тип, бүлмәбеҙҙә урын әҙерләп бирә. Береһендә шулай мин инеп яттым, ул кухняла ит үткәрергә ҡалды. Булышайым, ҡәйнәмдән яҡшы түгел, эргәһендә булһа ла торайым тиһәм дә :"Һин ял ит, мин үҙем эшләйем. Унан паркка сығып килербеҙ",--тип, мине индереп ебәрҙе. Бүлмә ишеге ябылып бөтмәгән булған, күрәһең. Мин инеп ятыуға, әсәһе үҙ бүлмәһенән сыҡта ла: "Ҡатын сепрәк яһаймы үҙеңдән, шулай ул ауыл ҡыҙҙары--ҡалаға киләләр ҙә, фатирлы егеттәрҙе үҙҙәренә ҡаратып, "подкаблучник" яһайҙар, барыбыер йәшәтмәйем мин уны һинең менән,"--тимәһенме. Мине йоҡлай тип уйлаған, күрәһең. Ирем нимә тип әйтергә белмәй. "Әсәй, бында үлерлек эш юҡ бит, икәү генә йәшәгәндә мин үткәрҙем бит ул итте, тыныс булайыҡ, борсолма, уға ла ял кәрәк",--тип әйтеп ҡарай. Ҡәйнәм уның һайын туҙына. Тағы ла яманыраҡ һүҙҙәр ишетеүҙән ҡурҡып, йүткереп ҡуйҙым. Йоҡонан уянам, имеш. Ул ун биш минут эсендә йоҡламаным да инде. Ирем эргәмә йүгереп инде. Ишеткәнемде һиҙҙермәнем. Кухняға сығып, ит үткәргесте йыуҙым да, паркка сығып киттек.
Ул көндө ишеткәнде лә, башҡа һүҙҙәрҙе лә "йоторға" тырыштым. Әммә "мин уны һинең мннән йәшәтмәйем" тигән һүҙе йөрәктә ҡаҙалып ҡалды. Ирем икебеҙгә лә ярарға тырышты. Әсәһенә лә ҡаты бәрелмәне, миңә булған яратыуы ла артҡандан-артты. Нисек булһа ла, әсәһенең яйына булырға тырыштыҡ. Улыбыҙ тыуып, бала табыу йортонда уны ҡосағыма алғас, йөрәгемдә ут ҡабынды. Һөйөү уты шул буламы икән әллә, тип уйланым. Тиҙерәк ҡайтҡы, үҙенә һыу тамсыһындай оҡшаған улымды иремә күрһәтке, уның ҡыуанғанын күргем килде. Улыбыҙ беҙгә мөхәббәт алып килде. Әммә тормош беҙ уйлағанса ғына бармай икән. Улыбыҙ бик илаҡ булды. Төндәрен дә ҡулдан-ҡулға күтәреп йөрөтәбеҙ. Көндәрҙең бер көнөндә ҡәйнәм: "Мин сирле кеше, миңә тыныслыҡ кәрәк, фатир снимать итеп йәшәгеҙ",--тине. Бала бер аҙ үҫкәнсе булһа ла шулай итәйек тип, бер бүлмәле фатир снимать итеп йәшәй башланыҡ. Ирем әсәһенә барып йөрөй, беҙҙе ҡайғыртырға ла етешә. Мин ҡәйнәмә барып булышайым тиһәм, ебәрмәй. "Әсәйҙең бар эшен үҙем эшләйем, һин улыбыҙҙы ғына ҡара",--ти.
Фатирға сығып киткәнгә ярты йыл ваҡыт үтһә лә, ейәнен бер тапҡыр ҙа килеп күрмәгәс, аптырай башланым. Үҙем барайым тиһәм, ирем туҡтата. Телефонына шылтыратһам, алмай йә "отказға" баҫа ла ҡуя. Тамам аптыраным был хәлгә. Мине яратмағанын аңланым аңлауын, гел генә улай булмай бит инде. Мин бит уға бер насарлыҡ та эшләмәнем бит. Бер ваҡыт ирем эштә саҡта паркка йөрөргә сыҡҡан ерҙән бала менән ҡәйнәм янына инеп хәл белеп сығырға уйланым. Гел бикле торған ишеге нисектер асыҡ ҡалған. Өйгә инһәк, ҡәйнәм күхняла ят бер ҡатын-ҡыҙ менән һөйләшә. Ишек төбөнән генә өндәштем. Беҙҙе күргәс, аптырап китте. Баланы ҡулына алманы. Минең ҡулда килеш кенә ҡулдарынан тотоп яратҡандай булды ла бөттө. "Дачаға йыйына йыйына инек, йомошоң бар инеме әллә?"— ти. "Йомошом юҡ, хәлеңде белергә ингәйнек",--тинем. Ят ҡатын алдында, нишләп телефоныңды алмайһың, тип әйтеп тороп булмай бит инде. Әллә ҡасан бер килеп тә, баланы ҡулына алып һөймәгәс, күңел әрнеп ҡуйҙы ҡуйыуын. Дача тигәне лә сәбәп кенә булғандыр инде, тип уйланым. Шулай ҙа ҡәйнәм өсөн ҡыуанып ҡуйҙым, беҙҙең менән йәшәгәндәге кеүек түгел, тыныслыҡ үҙенекен иткән, фатир снимать итеп дөрөҫ эшләгәнбеҙ икән. Күҙҙәре ялҡынланған, элек ҡаш араһын йыйырып йөрөгән ҡәйнәмдең бит остары алһыу. Бик һөйөндөм уның өсөн. Әллә бер кавалер таптымы икән, тип тә уйланым. Иремә лә әйттем әле.
Шулай көн артынан көн үтте. Май айҙары еткәндә, ирем ҡапыл ғына эшен үҙгәртте. Заводтан сығып, ҡарауылға урынлашты. Заводтан китеүен, гел аягөҫтө булғас, аяҡҡа ауырға тура килә тип аңлатты. Бер тәүлек эшләй ҙә, ике көн ял итә торған ҡарауылға көйләнде. Әммә ялында ла өйҙә тормай, аҡса эшләргә тип сығып китә. Эште әсәһе таба. Дачаларҙа ремонт эштәре менән булыша, ҡапҡа-ҡойма, баҫҡыстар яһай икән. Башлаған эштәрен бөтөрә алмаған көндәрендә шунда йоҡлап та ҡалғылай. Беҙҙең машинабыҙ юҡ ине. Киске сәғәт туғыҙҙарға тиклем дачала эшләй ҙә, икенсе көн ялы булғанда тағын шунда эшен дауам итергә ҡала. Йәй шулай үтте. Ул йәйҙә парлап ауылға ла ҡайта алманыҡ. Атайыбыҙҙы өйҙә күреү һирәгәйҙе, фатирға түләү ҙә минең өҫтә ҡалды. Ремонт эшләтеүселәр йә аҡса бирмәйҙәр, йә машинаға йыям, тип әйтә килде. Машина кәрәк тип әйткәнем булмаһа ла, ир кешенең алғыһы киләлер, тип ҡаршы килмәнем. Көҙ көндәренең береһендә бөтөнләй шаҡ ҡатырҙылар. Улыбыҙҙҙы баҡсанан алдым да, паркта йөрөгәндә телефоным шылтыраны. Ҡәйнәм икән. "Наконец-то минең улым үҙ кешеһен осратты. Ул бөгөндән башҡа ҡатындың ире, уны борсома, шылтыратма",--тине. Аяҡ аҫтында ер уйылып, соҡорға төшкәндәй булдым. Шул кистә ирем кейемдәрен алырға инде. "Ә улыбыҙ?"--тинем уның күҙҙәренә ҡарап. "Уны үҙ атаһы ҡарап үҫтерһен, үҫмер ваҡытта аварияға осрағандан һуң минең атай була алмауымды әйткән булғандар. Әсәй уны әйтмәйенсә йәшереп килгән",— тине. "Мин бит һиңә ҡыҙ булып кейәүгә сыҡтым, һинән башҡа берәүем дә булманы. Шуларҙы белә тороп, һин миңә ышанмайһыңмы?!"--тинем илай-илай. Ирем, башын аҫҡа эйеп, ҡулына кейемдәрен тултырған сумкаһын тотоп сығып китте.
Шунан аралар өҙөлдө. Айырым торған йылдарҙың ауырлығын, илауҙарҙы, аҡсаһыҙ интегеүҙәрҙе, улымдың атай һорауын, шул саҡтарҙа йәнем өҙгөләнеүен һөйләп тормайым. Яңғыҙ ҡатын-ҡыҙҙар ғына белә уның ҡыйынлығын. Дүрт йыл ваҡыт уҙғас, иремде бер ҡатын менән магазинда осраттым. Теге ваҡытта әсәһендә күргән ҡатын! Әммә уның иремдән өлкәнерәк икәнлеген самаланым. Ирем бик бойоҡ, ябыҡҡан кеүек күренде. Беҙҙе күргәс, беҙгә тартылғандай итте. Бәлки миңә генә шулай тойолғандыр. Беҙ, үҙ алдыбыҙға ҡарап, кәштәләр араһына инеп киттек. Биш минут ваҡыт та үтмәне, улым менән торт һайлаған ергә ул да килеп баҫты. Ҡулында баяғы сумкаһы юҡ ине, ҡатыны менән икәүләп машинаға сығарып ҡуйғандар ҙа, ирем үҙе генә кире ингән. Улын ҡосаҡлап һөйҙө, хәлебеҙҙе һорашты. Малайға тәмлекәстәр алырға тип, кеҫәһенә аҡса тыҡты. "Рөхсәт итһәң, ҡунаҡҡа килер инем",— тине, тотлоға-тотлоға. Ярай, тинем. Ул арала эргәбеҙгә иренен ҡып-ҡыҙылға, сәсен көл төҫөнә буяған баяғы ҡатын килеп баҫты. Күҙен аҡайтып ҡарауы булды, иремдән елдәр иҫте! Теге ҡатындың миңә ниндәй йәмһеҙ һүҙҙәр әйткәнен ҡабатлап әйтергә лә оят! Ул көндө иремде асыуланып түгел, ҡыҙғанып иланым. Әсәһе минең менән йәшәткеһе килмәгәнгә, әсәһенә ҡаршы һүҙ әйтә алмайса, ҡарт ҡатын менән йәшәп ята икән бит был меҫкен, тип ҡыҙғандым. Яратҡан ҡатыны, балаһынан айырылып.
Һүҙендә торҙо, хәл белергә килде. Әсәһе үлгәнлеген шунда ғына белдем. Тегеһе әсәһе менән баҙарҙа танышҡан бай ҡатын булған. Ҡала ситендә үҙ йорто менән йәшәгән ҡатынға ир кеше хеҙмәте кәрәккән. Әсәһе бай киленгә ҡыҙыҡҡандыр. Шулай булмаһа, улын үҙенән күпме йәшкә олораҡ ҡатынға бәйләп ҡуймаҫ ине. Үҙ улына "нәҫелһеҙлек сирең бар", тип әйтеүҙән дә сирҡанмаған хатта. "Һинән киткән саҡта нимә эшләгәнемде үҙем дә белмәй инем. Ул ҡатын гел әсәйҙә булды ул ваҡыттарҙа. Өйгә ҡайтып, әсәйҙә сәй генә эсһәм дә, һиңә ҡарата асыу ҡабара ине. Сәбәбе юҡ икәнен дә беләм. Әллә сихыр булдымы икән тип тә аптырай инем. Уйламаған ереңдән уйлата икән ул. Кисерә алһаң, кисер мине. Риза булһаң, ҡалған ғүмерҙе бергә йәшәһәк ине",--тине.
Кисерҙем. Улым хаҡына ғәфү иттем. Ул юлға үҙ күңеле ҡушҡанға инмәгәнен дә аңлайым. Әсәһен ҡыҙғанып, әсә һүҙен тыңлап китте минән. Ҡыҙғаныу хисе миндә лә күп булған икән. Улымды ҡыҙғанып, атаһын кисерҙем шулай итеп. Икенсе балабыҙ тыуырға тора бына. Бер аҙҙан иремдең фатирына күсенеп ҡайттыҡ. Ауыҙ тултырып:"Беҙ бик бәхетле!"--тип әлегә әйтә алмаһам да, тормош әкренләп үҙ яйына инеп бара шикелле. Бер-берегеҙҙе һаҡлағыҙ!
З.