Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
8 Декабрь 2021, 20:20

АПТЫРАҠ!

Иргә ... эшләр өсөн сыҡмайҙармы?

Кәләшем менән яратышып өйләнештек. Уның артынан йөрөп үҙемә ҡаратып алыуы үҙе бер бәлә булды. Ярай, өйләнешкәнгә өс йыл тулып үтте. Айырым фатирҙа йәшәйбеҙ – минекеләрҙең туй бүләге. Барыһы ла яҡшы. Тик ауылға ҡайтҡан һайын атай менән әсәй: “Килен эшләй башланымы?”-тип һорай. Юҡ тигәнде ишетһәләр, “улай булғас бала тапһын” тиҙәр.

Беҙ кәләш менән биш йыл үтмәйенсә бала тапмаҫҡа һөйләштек. Бынау пандемия башланып киткәс бигерәк тә ҡурҡтыҡ. Әммә кәләште нисек эшкә төшөрөргә? Күпме эш хаҡы алып эшләһә лә – барыбер. Минең аҡсам етә, арыу алам. Тик кәләштең эшләмәүе арҡаһында талашабыҙ. Сөнки беҙҙең туғандар араһында ундайҙар юҡ. Мотлаҡ ҡайҙалыр эшләргә тейештәр. Эшләмәй ятыу оят булып һанала. Кәләш шуны аңламай. “Мин иргә эшләр өсөн сыҡманым. Өйҙә лә эш етерлек”ти. Ярай, мал көтөп, шәхси йортта йәшәһәк. Был бит фатир! Ауылға ҡайтҡан һайын талаш шуның өсөн. Тәүҙә атайҙар менән, унан кәләш менән. Өйҙә ултырған ҡатындар боҙола тигәне лә дөрөҫ. Көнө буйы интернетта теләһә нәмә ҡарап ята, йүнле тамаҡ та юҡ. Аптыраҡ.

З.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: