Һаҡмар
+18 °С
Облачно
Антитеррор
Йөрәк яныр серҙәр бар
29 Ноября 2021, 14:00

Йәшәүе еңел булып ҡалды

Утыҙ йәшемдә мин донъяға ҡарашымды ҡырҡа үҙгәрттем һәм бер йыл эсендә күпкә өлгәштем...

Оҙағыраҡ йәшәгән һайын, насар характерҙың оло бәхет булыуын аңлайым. Ҡартатайым үлгәндән һуң уның фатиры ағайым менән миңә ҡалды. Миңә – 18, ағайыма 20 йәш. Әммә ата-әсәйебеҙ шунда уҡ мин үҙемдең фатирҙың өлөшөнән баш тартырға тейеш икәнлеген белдерҙе. Сөнки, йәнәһе лә ағайымдың характеры ауыр, уның үсегеүе бар. Эштә лә минең менән бергә эшләгән ҡатынға уңайлыраҡ график ҡуйҙылар сөнки “уның холҡо яман, ирешә башлай, ә һин сыҙамлыһың”.

Утыҙ йәшемдә мин донъяға ҡарашымды ҡырҡа үҙгәрттем һәм бер йыл эсендә күпкә өлгәштем. Һәр саҡ тауышланған күршеләр менән: “Зинһар, өсөн тынысланығыҙ әле”,-тип түгел, ә: “Хәҙер үк ауыҙығыҙҙы ябығыҙ, юғиһә биш минуттан бында полиция буласаҡ”,-тип һөйләшергә кәрәк икән. Эштә лә отпускты барыһы ла ял итеп бөткәс түгел, ә үҙең өсөн уңайлы ваҡытта алырға була икән. Юҡ, мин талашып йөрөмәйем, үҙемә тейешлеһен генә талап итәм. Ышанаһығыҙмы – йәшәүе күпкә еңелерәк булып ҡалды.

Л.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас