Йөрәк яныр серҙәр бар
29 Ноября 2021, 17:00

Бәхетһеҙлеген йоҡтораһығыҙ!

“Өләсәйеңдең гонаһ шомлоғо һиңә төшкән. Сихыр менән булышҡан ул. Уның бар этлеге өсөн һин яуап бирәсәкһең. Оҙаҡ йылдар үткәс, яҡты юлыңды тапҡас ҡына тынысланырһың”,-тине...

Бер сиған ҡатыны менән осрашыуҙы әле лә онота алмайым. Магнитогорск баҙарында төрлө яҡтан уларҙың халҡы мине уратып алғас, нимә эшләргә лә белмәнем. Миңә 17 йәш, донъя күрмәгәнмен әле. Мәктәпте тамамлап, уҡырға килгән тәүге көндәр. Уға тиклем ҙур ҡаланы ла, сиғандарҙы ла күргәнем дә булманы. Тегеләр миңә сат йәбешкән, мин ҡатып тик торам. Шул саҡ: “Теймәгеҙ уға! Бәхетһеҙлеген йоҡторорһоғоҙ!”-тигән тауыш яңғыраны. Өлкәнерәк сиған ҡатыны мине ҡара күҙҙәре менән тишә яҙып ҡарай. Мин аңлайышһыҙ ҡурҡыныс һүҙҙәрҙән бөршәйеп ҡалдым. “Өләсәйеңдең гонаһ шомлоғо һиңә төшкән. Сихыр менән булышҡан ул. Уның бар этлеге өсөн һин яуап бирәсәкһең. Оҙаҡ йылдар үткәс, яҡты юлыңды тапҡас ҡына тынысланырһың”,-тине.

Йәшлек үҙенекен итте. Был һүҙҙәр онотолдо. Кейәүгә сыҡтым. Ирем эскесе генә түгел, өҫтәүенә ҡанһыҙ әҙәм булып сыҡты. Мине һыу эскеһеҙ итеп туҡмай ине. Ул аҫылынып үлгәс, туғандары мине балаларым менән урамға ҡыуып сығарҙы. Үгәй атай ҡабул итмәгәс, ятаҡта йәшәнек. Тағы сыҡтым кейәүгә. Тик был ирем дә мине лә, балаларымды ла туҡманы. Айырылып, кире ятаҡҡа ҡайттым. Аҡсаһыҙлыҡ, етешһеҙлек үҙәгемә үтте. Бер кис шулай: “Әллә үҙемде бер нәмә эшләтергә лә ҡуйырғамы икән”,-тип илап ултырғанымда, мәсеттән яңғыраған аҙан тауышын ишеттем. Икенсе көнө мәсеткә киттем. Дингә баҫтым. Минең хәлемде күреп – аңлап кешеләр миңә ярҙам итә башланы. Мәсеткә йөрөгән күркәм холоҡло, аҡыллы, эшлекле буласаҡ тормош иптәшем менән таныштым. Ҡырҡты үткәс донъяла бер-береңә ҡарата булған мөхәббәт, ихтирам, хәстәрлек хистәрен татып бәхетле булдым. Күрәҙәлек итеү – гонаһ. Шулай ҙа сиған ҡатынының һүҙҙәре хаҡ булып сыҡты. Яҡты юлым – иманға ҡайтыу булған.

Ә.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас