Һаҡмар
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Йөрәк яныр серҙәр бар
27 Ноября 2021, 16:00

Әсәйемде рәнйетергә бирмәйем

Әммә атайым икенсе ҡатынға ныҡ әүрәп китһә, сараһын күрәм. Һуңғы һөйәркәһенең танауын һындыра төкөттөм...

Әсәйем менән атайым илле йәшкә яҡынлай. Әсәйем бар кешене ғәфү итә, барыһына ла ярҙам итә, йүгереп йөрөй. Туғандары өсөн сәсе менән ер һеперергә әҙер, ә улары уны кешегә лә һанамай. Тик әсәйгә был хаҡта әйтеү – БЕСПОЛЕЗНООО! Аңламай. Ул һәр кешелә тик яҡшылыҡты ғына күрә. Шуныһы аптырата ла мине.

Мин атайыма оҡшағанмын. Уға хатта минең әхирәттәр ҙә күҙ ташлай. Һәр саҡ матур, одним словом – БРУТАЛ. Һәм әлбиттә атайым бар яҡтан дөрөҫ әсәйемдән ялҡып, һулаҡайға йөрөп ала. Мин атайымды аңлайым. Сөнки әсәй менән СКУЧНО.

Әммә атайым икенсе ҡатынға ныҡ әүрәп китһә, сараһын күрәм. Һуңғы һөйәркәһенең танауын һындыра төкөттөм. “СЛУЧАЙНО”. Аңланы, юғалды. А то бигерәк оҙаҡ йөрөй башлағайнылар.

Фәрештәгә оҡшаған әсәйемде рәнйетергә бирмәйем шулай. Атай бөтөнләй икенсе ҡатынға сығып китмәһен өсөн шулай әҙерәк йөрөтөп алыр кәрәк инде. Тик әсәй һиҙеп ҡалмаһын тип кенә ҡурҡам. Сөнки ул ныҡ ПРАВИЛЬНАЯ һәм ғәфү итмәйәсәк. Анон.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас