+14 °С
Облачно
Үткән йыл уйламағанда эскән баштан аҡса эшләнгәйне. Әллә быйыл да шулайтып ҡарарға инде? Яңы йыл алдынан дуҫтарҙа табын ҡороп ебәрҙек. Ҡыҙмаса булып алғас дуҫтарҙың йортонда эленеп торған Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу кейеменә күҙ төштө. Кейенеп алдыҡ та, кафелар буйлап киттек. Барыһында ла корпоратив кисәләр бара. Барып инәбеҙ ҙә, ҡотлай башлайбыҙ. Өҫтәл артына ултыртып һый-хөрмәт итте барыһы ла. Унан һәр кем Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән фотоға төшөү теләген белдерә башланы. “Бушлай түгел”,-тип ебәрҙек, тамам шашып. Кемдер 100, кемдер 200, 500, хатта 1000 һум тоттторған кеше лә булды. Шулай итеп, бер кистә 4 кафела рәхәтләнеп ашап-эсеп 4800 һум аҡса эшләп ҡайттыҡ.