Һаҡмар
+16 °С
Облачно
Антитеррор
Йөрәк яныр серҙәр бар
20 Ноября 2021, 14:15

Ғаиләмде юғалтҡанмын...

 Ҡатыным менән дә бер-беребеҙгә иҫебеҙ китеп ғашиҡ булып өйләнешкән заман ысын булдымы икән ул?..

Мин үҙем вахта менән ситтә эшләйем. Ҡатыным бюджет өлкәһендә. Ике улыбыҙ бар. Мин эштән ҡайтыу ваҡыты ял, ҡунаҡ менән үтеп китә ине, ишек алдында ла ир кешегә эш етерлек. Шул ваҡытта малайҙар йә мәктәптә, йә нимә менәндер мәшғүл ине. Уйламаным да нимә эшләйҙәрҙер тип. Ҡатын кискә ҡайта. Малайҙар дәрес әҙерләп ултырғас, икәүләп кенә ултырып ашайбыҙ. Йышыраҡ телевизорға текләп уныһын да. Был юлы минең вахта башланыр алдынан ғына ауырып киттем. Тәүҙә өйҙәге эштәр бөтөр, әкренләп йөрөп булһа ла эшләрмен, тип ҡыуандым. Малайҙар ҙа ярҙам итер тип уйланым. Тик улдарыма ҡарап, улар менән беҙҙең бәйләнеш бөтөнләй юҡ икәнен аңланым. Ярай, уҡыйҙар, уҡымаһалар – барыбер яныбыҙға килмәйҙәр. Интернет “йотҡан” уларҙы. Ишек алдына бергә эшләргә сығарып булмай. Әрләп ҡушһаң да, сәбәбен табып, тағы шул интернет донъяһына инеп китәләр. Бәләкәй саҡтарында яныма килеп: “Атай, һин нимә эшләйһең?”-тип һорағандарында, ниңә: “Мәшәҡәтләмәгеҙ әле!”- тинем икән?! Вахтала бит бер йыл эшләргә генә уйлағайным. Ә хәҙер ун йыл булып киткән. Өй һалдым, машинабыҙ икәү, ә нәфсе туймай. Ҡатыным менән дә бер-беребеҙгә иҫебеҙ китеп ғашиҡ булып өйләнешкән заман ысын булдымы икән ул? Көн-төн бергәбеҙ, ә күңелдәр алыҫ...

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас