Йөрәк яныр серҙәр бар
8 Октября 2021, 16:20

Мәрхүмдәрҙе лә хөрмәт итәйек!

Өйҙә йәштәр хужалыҡ иткән, комфортлы йәшәгәндәре килгәндер. Ә ололарға аласыҡтағы урындыҡ та бара икән, баҡһаң...

Бер нисә йыл элек күргән ғибрәтте һаман онота алмай һеҙгә яҙам. Алыҫ ҡына туғандар атаһының вафаты тураһында хәбәр иткәс, юлға сыҡтыҡ. Ир-егеттәр зыяратҡа ҡәбер ҡаҙырға китте. Килен кеше булараҡ мин аш-һыу тирәһендә ярҙамға ҡалдым. Ата-әсә йортон көҙҙән бикләп киткәндәр икән. Исмаһам, өйҙө таҙалап, урын-ерен йыйыштырып, өй эйәһен риза итеп сыҡһалар ни була икән тип иҫ китте инде. Ҡыш көнө барғас, билдәле иң тәүҙә мейескә яғып ебәрҙек. Һауыт-һаба аят уҡытҡанда кәрәк булғас, төрлө күнәк эсенән йыуып алырға тура килде (тәүҙә ашлы һыуҙа туңғандарын иретеп алырға кәрәк бит әле!), аятҡа саҡ өлгөрҙөк. Өй ҙә йылып китте. Элек бер-ике тапҡыр ғына һуғылып киткәндә лә әбей менән бабай матур ғына йәшәп яталар ине. 80 йәште үткәс, ҡалаға бер ҡыҙҙары алып киткән. Һуғыш ветераны булараҡ, фатир ҙа алғандар икән. Ҡыуанып йәшә лә бит, юҡ шул. Үҙҙәре көнө буйы эштә булғас, ата-әсәй яланғас фатирҙа бикле ултырған. Ятҡандары ла бер һәндерә генә булып сыҡты. Ул хәҙер ауыл өйөндә лә юҡ! Ауылда ла йәй көнө аласыҡта ғына йәшәгәндәрен ишеттек. Өйҙә йәштәр хужалыҡ иткән, комфортлы йәшәгәндәре килгәндер. Ә ололарға аласыҡтағы урындыҡ та бара икән, баҡһаң. Үҙегеҙ ҡартайғас шул “ҡәҙерҙе” күрергә риза булмаҫһығыҙ әле. Аҙаҡ ишеттек, 2 ҡатлы коттежда йәшәгәндәрен. 2 пенсия менән, фатирҙы һатҡан аҡса еткәндер инде, тип уйланыҡ.

Ә иң тетрәндергәне – мәйетте ҡаҡ таҡтала алып ҡайтыуҙары ине! Һуғыш ветеранын ҡаланан 2 ҡарт оҙатып килгәйне, нишләп кешесә оҙатырға өйрәтмәнеләр икән? Мәйетте кейеҙгә йәки ҡалын япмаға булһа ла урайҙар бит. Үҙем карауаттан йолҡоп алып биргәндәй булдым да ул, ундай хоҡуҡ бирелмәгәйне шул. Бер туғаны йәлләп баш кейемен уға һалды ла бит, күп тә тормай үҙе лә уның артынан китеп барҙы. Мин был ваҡиғаны һаман онота алмайым. Беҙҙең ата-әсәйебеҙ йәшләй генә вафат булғас, ныҡ өлкәнәйеп, шул рәүешле киткән туғандар өсөн ғазапланып йөрөнөм. Ҡыҙы шулай булғанға берәү ҙә ышанмаҫ ине, үҙ күҙҙәре менән күрмәһә...

Төрлө ерҙә әрүахты оҙатырға йөрөгәнебеҙ бар. Күрер күҙгә ярлы ғына йәшәгәндәр ҙә ата-әсәһен бик хөрмәтләп оҙата, аяттар уҡыта. Күп һанлы туғандары ҡайғы уртаҡлашып, ашына саҡырып ала, аяттарын үткәрергә ярҙам итә. Әлеге ғаиләнән булғандар хәҙер бер-береһе менән аралашмай ҙа. Ветерандың фатир аҡсаһы ла башҡа балаларына бүленмәгәненә хайран ҡалдыҡ, бәйләнештәр ҙә өҙөлдө.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас