Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
30 Сентябрь 2021, 18:05

Айфон ... бүләк итәм!

Беҙҙе саҡырған дуҫыбыҙ аҙаҡҡа табан ҡапыл юҡҡа сыҡты. Официант өҫтәл өсөн беҙ күпме түләргә тейеш икәнлегебеҙҙе әйткәс, ҡолап китә яҙҙыҡ. Теге беҙҙе тағы ла алдаған! Булған аҡсабыҙҙы ҡырып-һепереп тә, тейешле сумманы еткерә алманыҡ...

Дуҫымдың мине төрлөсә шаяртыуҙарынан ялҡып бөттөм. Бер мин генә түгел инде, ул барыһын да төп башына ултыртҡансы алдап китә. Һуңғы тапҡыр кафеға саҡырғанында һый-ниғмәттән һығылып торған өҫтәл артына барып ултырҙыҡ. “Ҙур ғына премия алдым, шуға һеҙҙе һыйлағым килә”,-тине.

Беҙ өс дуҫ бергә йөрөйбөҙ. Рәхәтләнеп ашап-эстек. 3-4 сәғәт ултырғанбыҙҙыр. Беҙҙе саҡырған дуҫыбыҙ аҙаҡҡа табан ҡапыл юҡҡа сыҡты. Официант өҫтәл өсөн беҙ күпме түләргә тейеш икәнлегебеҙҙе әйткәс, ҡолап китә яҙҙыҡ. Теге беҙҙе тағы ла алдаған! Булған аҡсабыҙҙы ҡырып-һепереп тә, тейешле сумманы еткерә алманыҡ. Ярай, Баймаҡта барыһы ла бер-береһен белә. Иртәгә иртәнсәк индереп биреү шарты менән ҡайтып киттек. Йәйәүләп! Баймаҡтың бер осонан икенсеһенә. Сөнки таксиға аҡсабыҙ ҡалмаған ине.

Икенсе көнөнә мин “Айфонымды бүләк итәм” тигән иғланды интернет селтәренә һалдым да, шаяртырға яратҡан дуҫтың телефонын ҡуйҙым. Ике көндән илай яҙып шылтырата: “Ҡайһы ергә ҡуйҙың ул иғланды? Алып ташлаттыр әле! Бер туҡтауһыҙ шылтыраталар бит!” Мин көлөп кенә ҡуйҙым. Сөнки дуҫтың эше шундай: ул телефонының һандарын да алмаштыра алмай, уны һүндереп тә ҡуя алмай. Ыҙалап алһын әле, әҙерәк шаяртмай торор.

Автор: Гузель Салихова
Читайте нас