Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
26 Сентябрь 2021, 20:00

"Ә күңелдә ауыр төйөн ҡалды..."

Ул тере саҡта беҙгә йәшәргә ҡамасауламаны ла, үлеп ҡалғас, уның арҡаһында ғаиләлә ыҙғыш сыҡһын әле. Уйлап-уйлап, иҫем китә. Иптәшемдең ҡылығын бер нисек тә аңлай алмайым...

Дауаханала табипҡа сиратта ултырабыҙ. Урта йәштәрҙәге ҡатын менән һөйләшеп киттек. Әллә тыңлаған кеше булғанда типме, әллә ҡайһы берәүҙәргә таныш булмаған кешегә эс сереңде сисеү еңелерәк булғанғамы, Әлиә тормошондағы һуңғы ваҡиғаларҙы миңә һөйләп ташланы.

“Ҡалала ирем менән егерме йылға яҡын бергә йәшәйбеҙ. Үҙебеҙсә матур ғына донъя көтәбеҙ, өс бала үҫтерәбеҙ. Шөкөр, иптәшем менән мөнәсәбәттәребеҙ һәйбәт. Әлбиттә, тормош булғас, һауыт-һаба шылтырамай тормай. Әммә уны ҙурға ебәрмәй, тормошто дауам итәбеҙ. Тик һуңғы булған хәлде бер нисек тә үткәреп ебәрә алмайым.

Күптән түгел мин йәш саҡта бер аҙ дуҫлашып йөрәгән егет ковидтан мәрхүм булып ҡалған. Мин был хаҡта белмәй ҙә инем әле. Был яңылыҡты иптәшем ишеткән (ул беҙҙең дуҫлашып йөрөгәнде белә ине, бер ауылданбыҙ бит). Тап шул көндө ул иптәштәре менән эштән һуң берәүһенең тыуған көнөн билдәләп, һуҡмыш ҡайтҡайны. Ҡайтыу менән, ана, Илдарың үлеп ҡалған, оҙатырға бар, тип миңә бәйләнә башланы. Һүҙ артынан һүҙ сығып, эш ҡул күтәреүгә барып етте. Егерме йылға яҡын йәшәп, бындай хәл булмағаны юҡ ине әле. Ул Илдарҙың ике ятып, бер төшөмә ингәне булманы. Иремдең дә уны иҫкә алып ултырған сағын иҫләмәйем. Ул тере саҡта беҙгә йәшәргә ҡамасауламаны ла, үлеп ҡалғас, уның арҡаһында ғаиләлә ыҙғыш сыҡһын әле. Уйлап-уйлап, иҫем китә. Иптәшемдең ҡылығын бер нисек тә аңлай алмайым... Иртәнсәк үкенә-үкенә ғәфү үтенде лә ул. Әммә минең күңелемдә ауыр төйөн ҡалды. Ҡайһы ваҡыт айырылып сығайым да китәйемме икән әллә, тип тә уйлап ҡуям. Әммә балаларҙы уйлайым, быға тиклем миңә яҡшы тормош иптәше, балаларына хәстәрлекле атай булды”, - тип бер тынала хәлен һөйләп бирҙе Әлиә.

“Тормош булғас, төрлө хәлдәр була инде. Ундай яҡшы ирҙе, балаларыңа һәйбәт атайҙы ҡайҙан табаһың. Быға тиклем матур йәшәнек, тиең бит. Артабан да шулай булыр. Эсеп ҡайтҡан кешене шайтан ҡотортҡандыр. Ҡуй, боҙма тормошоңдо, сабыр ит, яйланыр бөтәһе лә”, - тип кәңәш биреп хушлаштым.

Боронғоларҙың “Аталы бала – арҡалы”, “Яңғыҙлыҡ бер Аллаға килешә...” тигән һүҙҙәрен дә иҫкә төшөрөп, тормошто икәүләп бергә тартыуы күпкә еңелерәк тә, күңеллерәктә булыуын дәлилләргә тырыштым инде. Һеҙ ҙә шулай уйлайһығыҙмы, дуҫтар?

 

Фото: yandex.ru

 

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: