Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
14 Сентябрь 2021, 21:15

Төп йорттағы килен

Ҡайтҡан-киткән арала иремдең ағай-апайҙары ла тик кенә ултырмай, әлбиттә. Өмә яһап, мунса иҙәндәрен алыштыралар, ләүкәһен яңырталар, өй эсендә лә ниҙер эшләйҙәр. Үҙ йортоңда йәшәгәс, эш бөтмәй бит, бер нәмәһен рәтләһәң, ул арала икенсе яҡтан боҙолоп бара. Ҡайһы саҡта иптәш ҡатындарға: "Кеше тәрбиәләп ғүмерем уҙа,"--тип зарланып та алам. Улар: "Әйҙә, һөйләнеп ултырма, ҡаланыҡылар ҡайтып, бөтә эшеңде эшләп китәләр,"--тиҙәр. Һуң, шуны ла эшләмәһәләр, нисек була инде ул. Мунсала сәғәттәр буйы кем ята? Беҙ түгел бит. Унан һуң, ниндәй генә эш булмаһын, үҙ аҡсаларына эшләмәйҙәр бит улар. Беҙ алып ҡайтабыҙ, бергәләп эшләйбеҙ.

Беҙ яратышып өйләнештек. Иремдең айырым һалған йорто юҡ, мин төп йортҡа килен булып төштөм...

Мин--төп йорттағы килен. Иремдең ауылда ҡаласағы беҙ өйләнешкәндә үк билдәле ине. Улар ғаиләлә алты бала үҫкәндәр. Мин килен булып төшкәндә төпсөктәренең ҡалала уҡыған сағы ине, ә ирем армиянан һуң техникумда уҡып, ауылға төпләнергә ҡайтҡан. Ҡалған ағай-апалары ситкә китеп, шунда ҡалғандар.

Беҙ яратышып өйләнештек. Иремдең айырым һалған йорто юҡ, мин төп йортҡа килен булып төштөм. Ирем кинйә бала булмаһа ла, беҙҙе берәү ҙә башҡа сығарырға теләмәне. Үҙебеҙ ҙә уйламаныҡ. Ирем колхозда эшләне, мин районға йөрөп эшләнем.

Мин килен булып төшкәндә ҡайным иҫән ине әле. Алтынға тиң кеше булды ул. Ә ҡәйнәм йортта хужа, аҡыл өйрәтергә шәп, уның һүҙе генә һүҙ. Килен булып килгән көндө үк, ашап-эсеп алғас: "Өҫтәлде йыйып ҡуйырһың!"--тип ҡаты ғына әйтеп ҡуйҙы. Йәш әле, һауыт-һаба йыумай ҡуймаһын, тип уйланы микән. Ул әйтмәһә лә йыуам бит инде, шул килеш ҡалдырып китмәйем.

Әммә нисек кенә булмаһын, ҡәйнәм менән телгә килешкәнебеҙ булманы. Бәлки уның әйткәндәренә "ярай"ҙан башҡа һүҙем булмағандыр. Күп ваҡытым эштә үтте, ҡайтҡас та тик ултырырға ваҡыт юҡ: мал янына сығырға, кискелеккә ашарға бешерергә кәрәк. Ҡәйнәмдәр электән малды күп тотҡан. Улар ғына түгел, ауылдары менән шулай, береһенән-береһе уҙҙырып, мал көтәләр. Үҙебеҙ ҙә малды күп тоттоҡ--беренсе класҡа барғанда һыйыр һауа белә инем инде. Иртәнсәк әсәй йоҡонан уятырға йәлләй ине, ә кискеһен гел үҙем һауҙым. Кейәүгә сыҡҡас та ҡәйнәмдең ике һыйыры миңә күсте. Төнө буйы туй яһап, әле ҡунаҡтарҙың ҡайһыныһы таралмаған да ине, күлдәгемде генә алмаштырып сыҡтым да, башыма яулыҡ бәйләп, кәртәгә инеп киттем.

Ауылда бит, күпме генә эшләһәң дә, эш бөтмәй. Ярай, хәҙер өйҙәргә һыу индерҙек, кер йыуа торған машиналар алып ҡуйҙыҡ. Ә бит яңыраҡ былар юҡ ине. Кер йыуыу машинаһын икенсе балабыҙ өсөн сыҡҡан декрет аҡсаһына алдыҡ, уға тиклем гел генә ҡул менән йыуа торғайным.

Төп йорт булғас, иремдең бөтә туғандары ла ошонда ҡайта. Мин ҡайтмаһындар, тимәйем, ул дөрөҫ тә булмаҫ ине. Әле әсәләре иҫән-һау, нисек ҡайтмаһындар. Бында йәшәгән төп килен булараҡ, ҡәйнәм менән бергә мин дә уларҙы ҡаршы алам, оҙатып ҡалам. Егерме йыл шулай йәшәйбеҙ инде. Оҙон ялдарҙа бигерәк тә ауыр. Сөнки ҡайтыусылар бер йәки ике көнгә генә түгел, аҙналап ҡайталар. Улар ҡайта тип, беҙ ирем менән бер ҡайҙа ла барғаныбыҙ юҡ. Сөнки яҡшы түгел, ҡайтыусы ҡунаҡтарҙан ҡасҡан кеүек килеп сыға.

Иремдең бер туғандарының балалары ла ҙур инде хәҙер, кәләш ала, кейәүгә сыға башланылар. Ирҙәре, ҡатындары менән өләсәләре эргәләренә улар ҙа ҡайта. Ҡайтып-китеп йөрөгән кешегә рәхәттер ул: таҙа өйгә, әҙер өҫтәлгә ҡайтып төшәләр бит. Әммә бындай тормошта йәшәп мин ныҡ ялҡтым. Ҡунаҡтар ҡайтаһы көндә миңә тағы ла иртәрәк торорға, кәртә эргәһендәге эште тиҙерәк бөтөрөргә кәрәк. Инеп сәй эскәнсе ҡамыр баҫып, пирогтар өсөн эслектәр әҙерләп ҡуйырға кәрәк. Иремдән зарланмайым, ул да ҡул ҡаушырып ултыра торғандарҙан түгел. Әммә ир-атҡа нимә инде, ул бит эшкә сыға ла китә. Ә миңә ҡайтҡан ҡунаҡтарҙы ҡарарға кәрәк. Шул ҡайтҡан- киткән туғандар өсөн иллешәр ҡаҙ, өйрәк, бройлер, индоутка алабыҙ. Әле күпме баҡса эше бар. "Картуф бик ашалмай ул хәҙер", --тигән булһалар ҙа, тарата башлаһаң, береһе лә, кәрәкмәй, тимәй. Ауыл картуфы барыбер тәмле инде, тип, багажниктарына һалып та ҡуялар. Береһенә биргәс, икенсеһенә бирмәй булмай, икенсеһе янында өсөнсөһөн дә ҡалдырып булмай. Шулай итеп, ярты баҡса картуф бер ҡайтыуҙарында юҡ була. Әле бит һуғанын, һарымһағын, кишерен дә бирәһең.

Ҡайтҡан-киткән арала иремдең ағай-апайҙары ла тик кенә ултырмай, әлбиттә. Өмә яһап, мунса иҙәндәрен алыштыралар, ләүкәһен яңырталар, өй эсендә лә ниҙер эшләйҙәр. Үҙ йортоңда йәшәгәс, эш бөтмәй бит, бер нәмәһен рәтләһәң, ул арала икенсе яҡтан боҙолоп бара. Ҡайһы саҡта иптәш ҡатындарға: "Кеше тәрбиәләп ғүмерем уҙа,"--тип зарланып та алам. Улар: "Әйҙә, һөйләнеп ултырма, ҡаланыҡылар ҡайтып, бөтә эшеңде эшләп китәләр,"--тиҙәр. Һуң, шуны ла эшләмәһәләр, нисек була инде ул. Мунсала сәғәттәр буйы кем ята? Беҙ түгел бит. Унан һуң, ниндәй генә эш булмаһын, үҙ аҡсаларына эшләмәйҙәр бит улар. Беҙ алып ҡайтабыҙ, бергәләп эшләйбеҙ.

Ауылдағы төп нигеҙ--ҡаланыҡылар өсөн ҡунаҡхана ул. Мин шулай тием. Ашау-эсеү, йылмайып һөйләшеү, иртән торғас әҙергә сығып ултырып сәй эсеү, таҙа таҫтамалдар тотоп, эҫе итеп яғылған, ҡайын миңлектәре бешерелеп ҡуйған мунсаға барыу--ысынлап та ҡунаҡхана бит инде. Кеше алдында йылмайып йөрөйһөң дә, улар киткәс, эт булып арып ҡолайһың. Төп йортта йәшәгән килендәрҙең бөтә ялы шулай үтә. Әҙер йортҡа килеп инде, тип әйтәләр ҙә ул. Әммә ул әҙерҙе һин ғүмер буйына туғандарға бил бөгөп ҡайтараһың.

Т.

Автор:Альфия Байзигитова
Читайте нас: