Һаҡмар
+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
14 Сентябрь 2021, 17:00

Үҙемә ир булһа ла, балама атай булырмы?

Хәҙер иһә туй булырмы, юҡмы икәнлеген дә белмәйем. Сөнки ул бер көн килде лә үҙенә бары тик мине генә алып китәсәген белдерҙе. Ә улым, тигәнемә, ул һинең ата-әсәйеңдәрҙә ҡалһын, тине...

Мин шундай ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәлдә ҡалдым. Әле был хаҡта атайым да, әсәйем дә, бер кем дә белмәй. Ләкин кемгәлер һөйләгем килә. Юғиһә, шартлайым. Сөнки миңә кәңәш кәрәк. Һине бер кем дә белмәгән кешенең кәңәше дөрөҫөрәк була бит. Әлеге ваҡытта миңә дуҫтарымдың да, ата-әсәйемдең дә йәлләүе кәрәкмәй.

Беренсе ирем менән 5 йыл элек айырылыштыҡ. Уға кейәүгә сығыуым яңылыш булған ине. Мин быны туй уҙыу менән аңланым. Характерҙар тура килмәй, тигәндәр беҙҙең хаҡта ине. Ләкин араны өҙөргә һуң ине – бала көтә инем. Ләкин улым тыуғанға тиклем йәшәп булманы.

Ир-ат яғына боролоп та ҡарамам инде, тигән инем. Ләкин яҙмыштан – уҙмыш юҡ, тиҙәр. Бер йыл элек таныштыҡ уның менән, осраша башланыҡ. Мин айырылған икәнлегемде лә, балам барлығын да йәшермәнем. Һуңынан ниңә әйтмәнең, тигән һүҙе булмаһын, тинем. Минең үҙемә ир генә түгел, балама атай ҙа кәрәк бит. Улым менән улар тиҙ уртаҡ тел тапты. Килгән һайын йә шоколад, йә уйынсыҡ тотоп килде. Өсәүләп тә урамға сығып әйләнә инек.

Ул өйләнешеү тураһында һүҙ ҡуҙғатты. Туй яһайыҡ, тип тә әйтте. Риза булдым. Әлеге ваҡытта туйға әҙерләнәбеҙ. Атаһы менән әсәһе һоратырға килделәр. Туй көнөн билдәләнек, ҡунаҡтарға саҡырыу ҡағыҙы ла әҙер. Бары тик әлегә тапшырмағанбыҙ.

Хәҙер иһә туй булырмы, юҡмы икәнлеген дә белмәйем. Сөнки ул бер көн килде лә үҙенә бары тик мине генә алып китәсәген белдерҙе (Мин әле әсәйем менән атайымдарҙа йәшәйбеҙ). Ә улым, тигәнемә, ул һинең ата-әсәйеңдәрҙә ҡалһын, тине. Һин миңә бала табасаҡһың, уртаҡ балабыҙ буласаҡ, ти. Баҡтиһәң, уның ата-әсәһе шулай ҡуша икән. Ә ул уларҙың һүҙен ҡабатлай. Хәҙер миңә нимә эшләргә? Үҙем бер ҡарарға килмәйенсә, әсәйемдәргә лә әйткем килмәй. Башта уҡ балам барлығын белмәһә асыуым да килмәҫ ине. Ташлап китергә ул уйынсыҡ түгел дә инде! Нимә эшләргә икән, серҙәштәр?

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: