Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
3 Сентябрь 2021, 19:56

Ҡыҫылма беҙгә!

- Кешене үлтерәһең бит, йүнһеҙ. Күрмәйһеңме, бер көсө лә юҡ бит уның, иҫерек менән һуғышмаһаң. Ни хаҡың бар һинең уға ҡул күтәрергә. Бер тулап ала ла, тыныслана бит ул. Ҡыҫылма һин беҙгә, - тип иремә ҡысҡыра башлаған.

Был ауылға килен булып төшкән кеше мин. Үҙем дә ауыл еренән, күрше райондан ғына. Егетемә ҡунаҡҡа килеп йөрөгәндә үк ошо ауылды бик оҡшатҡайным. Кешеләре лә бик һәйбәт, асыҡ, тиҙ арала үҙ араларына алдылар. Беҙ йәшәгән урам шаҡтай оҙон. Шуға ҡарамаҫтан, бер-беребеҙ менән һәр ваҡыт ҡатышып йәшәйбеҙ, кәрәк-яраҡҡа ла инеп йөрөйбөҙ, өмәләр ваҡытында күршегә мөрәжәғәт итәбеҙ. Картуф алыу, ер ҡаҙыу кеүек ҙур эштәр булһынмы, һабантуй, Яңы йыл кеүек байрамдар булһынмы--гел бергәбеҙ. Ҡыҫҡаһы, ауыл халҡы бик дуҫ, татыу һәм ярҙамсыл.

Фәрит менән Зөлфирә беҙҙән өс йорт аша ғына йәшәйҙәр. Беҙгә ҡарағанда ун йәшкә олораҡ улар. Фәрит ошо ауылда тыуып үҫкән, ә Зөлфирә, минең кеүек үк, был ауылға килен булып төшкән. Фәриттәрҙең төп йорто юғары оста. Өйләнешеп, күпмелер ваҡыт үткәндән һуң, ошонда ер алып, айырым йорт һалып, башҡа сыҡҡандар.

Беҙ өйләнешкәндә уларҙың ике балалары бар ине инде, күптән түгел тағы бер малайҙары тыуҙы. Беҙ Зөлфирә менән бер ҡасан да насар мөнәсәбәттә булманыҡ. Урамда осрашҡанда һөйләшә инек, кәрәк-яраҡҡа ла уға ингеләй торғайным, бер ҡасан да кире борғаны булманы.Шул уҡ ваҡытта башҡа күрше-тирәнән уның холоҡһоҙланыбыраҡ, дыуамалыраҡ булыуы тураһында ла ишеткәнем бар ине. Әммә мин бындай һүҙҙәргә артыҡ иғтибар бирмәнем. Ниңә тигәндә, ваҡыты-ваҡыты менән барыбыҙ ҙа бер аҙ холоҡһоланыбыраҡ алабыҙ бит инде ул. Сөнки тормош көткәндә ниндәй генә хәлдәр булмай. Ҡайһы саҡ ир әйткәнде тыңламай ҡаңғырта, шул арала ҡәйнә килеп тормошҡа өйрәтеп китә, кис менән уҡытыусы нимә булһа ла һорап шылтырата. Сүп өҫтөнә сүмәлә булып, ундай саҡтарҙа табаға бешерергә ҡуйған картуф көйөп китә йәки аш артыҡ тоҙло була. Ҡыҫҡаһы, тормош булғас, барыһы ла була. Ҡана һуң, барыһы ла һин тигәнсә генә булһа!

Зөлфирәнең ире Фәрит насар кеше түгел былай. Әммә әҙерәк һалырға ярата. Эстеме - холҡо бик алама. Ҡатынына юҡ-барға бәйләнеп, гел тауыш сығарырға ғына тора. Зөлфирәнең төн уртаһында ике балаһын эйәртеп, күршеләренә инеп, йоҡлап сыҡҡан ваҡыттары ла булғылай. Әммә өсөнсө балалары тыуғас, улай йөрөргә үҙе лә уңайһыҙлана башланы ахырыһы. "Өйҙә тыныслыҡ булмағас, нишләп һаман бала табаң,"--тип әйтеүҙәре лә бар бит кешенең.

Ә бына эсмәгән сағында Фәриттән дә яҡшыраҡ кеше юҡ. Ҡулы алтын уның. Тимер эшен бик ярата, бөтә серҙәрен белә. Бөтә ауылға булмаһа ла, күбебеҙҙең ҡапҡаһын ул эшләп, ҡуйып бирҙе. Ир-ат халҡы машиналары боҙолһа ла уға мөрәжәғәт итә. Ҡыҫҡаһы, бар эште лә белә. Әммә бер эсеп алһа инде! Шул алтын ҡулдары менән Зөлфирәне дөмбәҫләргә лә күп һорап тормай.

Ул көндө лә шулай булған. Минең ир кисләтеп кенә эштән ҡайтып барған.

-Үҙебеҙҙең урамға боролғас, ныҡ ҡысҡырышҡан тауыштар ишеттем. Бара торғас, был тауыштың Фәриттәр урамынан сыҡҡанын аңланым. Фәриттең ҡатынын туҡмағанын ҡапҡа аша күреп ҡалдым. Тегеһе ергә ҡолаған, ә ир бер нәмә лә белмәй, һаман һуға. Аяғы менән тибеп тә ала әле. Шул арала Фәрит һөйәлеп торған көрәккә үрелде, үҙе аҡыра-баҡыра, бер нәмә аңлап булмай,--тип һөйләгәйне ҡайтҡас ир.

Билдәле, күрәләтә кеше туҡматып тороп булмай бит. Аллам һаҡлаһын, ул-был була ҡалһа, нимә эшләрһең? Ғүмерлек үкенес булып ҡаласаҡ бит. Ирем, йүгереп инеп, Фәритте осора һуҡҡан. Шул арала ерҙә ятҡан Зөлфирә һикереп тороп, иренә йүгергән.

--Кешене үлтерәһең бит, йүнһеҙ. Күрмәйһеңме, бер көсө лә юҡ бит уның, иҫерек менән һуғышмаһаң. Ни хаҡың бар һинең уға ҡул күтәрергә. Бер тулап ала ла, тыныслана бит ул. Ҡыҫылма һин беҙгә,--тип иремә ҡысҡыра башлаған.

Ошо ваҡиғанан һуң быға тиклем матур ғына аралашып йәшәгән был ғаиләгә асыуым килде. Зөлфирәгә бигерәк тә. Рәхмәт әйтәһе урынға, ирем тураһында нимәләр тип кенә һөйләп йөрөмәне. Ир менән ҡатын араһына ҡыҫылған, имеш. Ундый ҡыҫылыусы булһа, бик ҡыуаныр инең әле. Заманаһы ниндәй бит--ярҙам һорап ҡысҡырһаң да инмәйҙәр.

Зөлфирә шунан һуң бер-ике аҙна күгәреп йөрөнө, беләктәрен оҙон халат менән йәшерҙе йәшереүен, әммә битте бит йәшереп булмай. Элегерәк уны шул ҡиәфәттә күрһәм, бик ҡыҙғана инем, ә хәҙер--юҡ. Өлөшөнә төшкән көмөшө, туҡмалып йәшәгеһе килә икән бит уның. Ә беҙ уны аңламағанбыҙ ғына!

Автор:Альфия Байзигитова
Читайте нас: