Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
2 Сентябрь 2021, 17:23

Бумеранг

Йылғаға төшөрөп кенә, һарыҡ-кәзәне ҡыуғансы, кире ҡайтҡандар ҙа, күршенең баҡсаһына инеп, эш боҙғандар: үҫеп кенә килеүсе виктория еләктәрен өҙөп ташлағандар. Һыуғанға ла яу төшкән кеүек, сөгөлдөр тапалып бөткән. "Ҡаҙҙарыңды ашатмайһың, ас килеш һыуға ҡыуаһың, шуға кире ҡайталар,"--тип күрше ҡысҡыра. "Һыу буйы яғына ҡойма ҡуйырға кәрәк,"--тип мин үҙемдекен һөйләйем. Бер ай самаһы күҙенә күренергә уңайһыҙланып йөрөнөм. Әлбиттә, һуғандары, сөгөлдөрө яңырҙы, тик еләктәрҙе генә ҡабат яңыртып, сәскә аттырып булмай бит. Еләк ҡыҙара башлағас, күршем ҡыҙыҡ итте мине. Магазиндан ҡайтып килһәм, күрше беҙҙең баҡсанан бер биҙрә еләк йыйып сығып килә. Биш литрлы биҙрә. "Һинең ҡаҙҙарың баҡсаны бөтөргәс, беҙ еләкһеҙ ҡалдыҡ, бына шуның өсөн был,"--ти. Минең дә еләк түтәле гектарлаған түгел бит, асыуым килде. "Эсең китһен кеше малын ашап,"-- тинем асыуымдан. Туҙынып өйгә индем. Ейәндәргә йыйып ашатырмын тип, ҡыҙарғанын көтөп кенә йөрөй инем. Өлгөрмәнем. Әле бешеп тә етмәгәндәр ине. Шулай булһа ла, үҙ баҡсаңдан ҡып-ҡыҙыл еләктәрҙе күрәләтә күршегә бирге килмәй. Тәүге ҡыҙарғандары эрерәк тә була бит әле, унан һуң вағая башлайҙар. Ҡаҙҙарҙы ла бәйҙә тота алмайым бит инде.

Ҡаҙ аҫраған кешегә һоҡланып ҡарайым мин. Элек үҙем дә аҫраным. Ҡаҙ ите ҡушып бешерелгән ризыҡты ни тиклем яратһам да, тауыштарынан ялҡып, көтмәй башланым. Шулар арҡаһында күршеләр менән дә һүҙгә килә башланыҡ.
Бер йылды егерме ҡаҙ себеше алдым. Йылғаға төшөрөп кенә, һарыҡ-кәзәне ҡыуғансы, кире ҡайтҡандар ҙа, күршенең баҡсаһына инеп, эш боҙғандар: үҫеп кенә килеүсе виктория еләктәрен өҙөп ташлағандар. Һыуғанға ла яу төшкән кеүек, сөгөлдөр тапалып бөткән. "Ҡаҙҙарыңды ашатмайһың, ас килеш һыуға ҡыуаһың, шуға кире ҡайталар,"--тип күрше ҡысҡыра. "Һыу буйы яғына ҡойма ҡуйырға кәрәк,"--тип мин үҙемдекен һөйләйем. Бер ай самаһы күҙенә күренергә уңайһыҙланып йөрөнөм. Әлбиттә, һуғандары, сөгөлдөрө яңырҙы, тик еләктәрҙе генә ҡабат яңыртып, сәскә аттырып булмай бит.
Еләк ҡыҙара башлағас, күршем ҡыҙыҡ итте мине. Магазиндан ҡайтып килһәм, күрше беҙҙең баҡсанан бер биҙрә еләк йыйып сығып килә. Биш литрлы биҙрә. "Һинең ҡаҙҙарың баҡсаны бөтөргәс, беҙ еләкһеҙ ҡалдыҡ, бына шуның өсөн был,"--ти. Минең дә еләк түтәле гектарлаған түгел бит, асыуым килде. "Эсең китһен кеше малын ашап,"-- тинем асыуымдан. Туҙынып өйгә индем. Ейәндәргә йыйып ашатырмын тип, ҡыҙарғанын көтөп кенә йөрөй инем. Өлгөрмәнем. Әле бешеп тә етмәгәндәр ине. Шулай булһа ла, үҙ баҡсаңдан ҡып-ҡыҙыл еләктәрҙе күрәләтә күршегә бирге килмәй. Тәүге ҡыҙарғандары эрерәк тә була бит әле, унан һуң вағая башлайҙар. Ҡаҙҙарҙы ла бәйҙә тота алмайым бит инде.
Көнө буйы көйөп йөрөй торғас, эсем китә башланы. Ашайым да, бәҙрәфкә йүгерәм. Өс көн ыҙаланым. Шунан, ғәфү үтенеп, күршемә индем. Тағы бер майонез һауыты менән еләк индерҙем. Дуҫлаштыҡ күрше менән. Шунан һуң ғына баҫылды эс китеүе. Ауыл кешеһе йәй сығыуға баҡса, ҡош-ҡорт тип саба бит инде. Аяғың тапылдамаһа, ауыҙың шапылдамай, тигәндәй. Төрлө хәлдәр була. Бер урамда йәшәүселәр менән дә асыуланышҡан саҡтар була. Бер уйлағанда, һаман да шул донъя малы өсөн.
Уҙған йыл килендәш егерме бройлер алды. Алып ҡайтҡас та себештәрҙең һыуына спирт ҡойоп эсерергә кәрәклеген, ҡорттары ҡойола тип ишеткәнем бар ине, килендәшкә лә шуны кәңәш иттем. Килендәш менән телефондан һөйләштек тә, үҙ эшем менән баҡса яғына сыҡтым. Ярты сәғәт тә үтмәгәндер, ҡәйнешем Фуат килгән. Пыр туҙҙыра мине. "Кеше һүҙенә ышанып, ана, бөтә себештәрҙе лә үлтереп һалған ҡатын,"--ти. Үҙе туҡтауһыҙ һүгенә. "Һин әйтте тип араҡы эсергән дә, ҡырылып яталар,"--ти.
Ҡойолдом да төштөм. Йүгерҙем килендәшкә. Барһам, килендәш мунса эргәһендә илап ултыра, шешенеп бөткән. Себештәренең барыһы ла һуҙылып яталар. Һауыттағы һыуҙан араҡы еҫе аңҡып тора. Нисә рюмка ҡойҙоң, тим. Биш литр һыуға ярты стакан, ти. Башҡортса әйттем бит, өс литрға бер аш ҡалағы тип! Бөтөнләй ҡурҡыуға ҡалдым, әгәр себештәрҙең эстәре янып бөтһә, нишләргә икән. Аҡсаһын бирермен дә ул, тағы барып алырҙар, тип уйлайым. Ирҙән йәшереп йыйған аҡсам бар ҙа ул барлығын, шуны бирермен, тим. Ул арала туҙынып ире ҡайтып инде. Себештәрҙе йыйып, күмергә әҙерләнә башланы. "Тороп тор, улар бәлки иҫергәндәрҙер, айнып китмәҫтәрме икән, күммәй тор әле, терелмәһәләр, үҙем аҡса бирермен дә, тағын барып алырһығыҙ"-- тигәйнем, йомшара төштөләр. Сәй эсергә булдыҡ. Фуат сәй эскәндә лә мине ғәйепләп, белмәһәң кешене өйрәтмә, тип һөйләнеп ултырҙы. Ҡолаҡҡа ҡатыраҡ булғас, ныҡ ҡысҡырып һөйләшә ул. Уның ҡысҡырыуынан ялҡып киттем. "Телеңә төйөр сыҡһын, мин бит насарлыҡ өсөн әйтмәнем,"--тинем. Үҙем борсолһам да, белгертергә тырышмайым, ул араҡы эсереүҙе кем уйлап тапҡан тигән, элек балыҡ майы эсерә лә ҡуя торғайныҡ, тип уйлайым. Шулайтып ҡаңғыра торғас, бер ваҡыт себештәр терелә башланылар. Береһе лә үлмәгән. Уларға таҙа һыу эсереп, тәрбиәләшеп, ҡайтып киттем.
Иртәгәһен телемә төйөр сығып уяндым. Ыста, үҙ һүҙем үҙемә төштө түгелме, тип уйлайым. Әбейҙәр имләгәнде иҫкә төшөрөп, үҙемсә имләп тә ҡарайым, бөтмәй ҙә ҡуя. Фуатҡа әйткәнем иҫкә төштө, шылтыратып ғәфү үтендем. Ҡәйнеш ҡысҡырып көлдө генә. Шунан һуң бөттө баяғы төйөр.
Әйткән һүҙ кире ҡайта икән. Ҡыҙыма һөйләгәс, "Бумеранг бит ул, әсәй, күрше апай ҙа дөрөҫ эшләгән, уның да балаларының еләк ашағыһы килә бит,"--тине.
Бына шулай хәлдәр. Дошманың булһа ла, уға ла тик яҡшы теләк теләргә кәрәк икәнен аңланым. Сөнки һәр кемдең үҙ фәрештәһе була, тиҙәр. Бына шул фәрештә, һин теләк теләгәндә, үҙеңә лә шулай булһын, тип тора икән. Яҡшыны теләһәң дә, насарҙы теләһәң дә, кире әйләнеп ҡайтыуы үҙ башымдан үтте. Уйламай һөйләгән, ауырымай үлгән, тигән халыҡ мәҡәле бар бит. Берәй нәмә әйтер алдынан, уйлағыҙ, кешеләр!

Автор:Альфия Байзигитова
Читайте нас: