Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
31 Август 2021, 17:03

БАРЫБЕР ТӨШӘ ШУЛ УЛ...

Ғәзинур матайы менән бағанаға төкөп үлгән тигән ҡот осҡос хәбәр ауыл буйлап йәшен тиҙлегендәй таралды. Дауаханаға ла алып барырлығы ҡалмаған, кәүҙәһен төкөгән урында йыйғандар, тип һөйләне халыҡ. Был ваҡытта Нурғәле ҡарт мунса эргәһендә һепертке бәйләп ултыра  ине. Ҡурҡыныс хәбәрҙе ишеткәс, Нурғәленең сикә тамырына ҡан һауғандай тойолдо. Бәйләп ултырған һеперткеһе лә онотолдо. Ике яҡ сикәһен ыуғылап, мунсаның ишек төбөндә оҙаҡ йөрөнө ул. Бер ниндәй ғәйебе булмаһа ла, Ғәзинурҙың үлемендә үҙен ғәйепле һананы. Күҙ йәштәре шулай төшә микән ни? Быға тиклем Нурғәле ундай нәмәгә ышанмай ине. Ҡатын-ҡыҙ һүҙе, тип уйлай ине...

Етмешенсе йылдар. Нурғәле  ағайға ул саҡта ҡырҡ йәштәр самаһы. Ауылда иң ауыр хәлдә йәшәүсе ғаилә уларҙыҡы. Береһенән-береһе бәләкәй алты бала үҫтерәләр. Малайҙар-ҡыҙҙар ҡайһы саҡта ыштанһыҙ килеш урамға уйнарға ла сығалар. Булған ыштандары ла йә тишек, йә ямаулы. Малайҙары ла, ҡыҙҙар кейеме тип тормай, нимә бар, шуны кейәләр. Күрше малайҙары алып сыҡҡан өҫтөнә йә шәкәр, йә ҡарағат вареньеһы  һөртөлгән икмәк киҫәгенә ҡыҙығып ҡарап торалар ҙа, өйгә инеп әсәләренән шундай тәмле икмәк һорайҙар. Ҡайҙан алһын да, ҡайҙан еткерһен инде әсәләре ишле ғаиләгә. Бына шулай башҡалар ашағанға ҡыҙығып үҫәләр. Нурғәле  йәйен көтөүҙә, ҡышын фермала һарыҡтар ҡарай. Ғаилә етешмәй йәшәгәнгәме икән, ауылда берәйһенең ҡош-ҡорто юғалһа, ниңәлер Нурғәленең балаларын ғәйепләргә тырышыусылар табыла. Әммә күршеләр бик һәйбәт. Ике яҡ күршеһе лә һәр саҡ уларҙы яҡлап сыға. Ысынлап та, етешмәй йәшәһәләр ҙә, саф күңелле, кеше нәмәһенә ҡағыла торғандарҙан түгел Нурғәленекеләр. Шулай ҙа, ауылда һәр ваҡыт тырнаҡ аҫтынан кер эҙләп, кеше ғәйепләп, берҙе биш итеп һөйләүселәр ҙә була бит әле.

Шундай кешенең нахаҡ бәләһенә уйламағанда тап килде Нурғәле. Ҡышҡы буранлы көндә ферманан эштән ҡайтып килә ине. Уның алдынан ғына егеүле ат үткән булһа кәрәк, юлда сана эҙҙәре ярылып ята. Алда бер ҡатын-ҡыҙ шәйләнә. Йоморо кәүҙәһе бер яҡҡа янтайыуынан күрше урам Мәрхәбә икәнлеген абайларға була. Уға осрамауың яҡшыраҡ. Юха телле, үҙенә кәрәк кешеләрҙең бер алдына, биш артына төшә торған, төлкө кеүек был ҡатынды яратмай Нурғәле. Ошо ҡатын уның балаларын гел кәмһетергә генә тора. Нурғәле шуға өнәмәй уны. Әммә яратмауын белдермәй, ҡараңғы сырай күрһәтмәй. Эргәһенән иҫәнләшеп үтә лә китә. Ә был юлы улай булманы. Мәрхәбә ҡулындағы ҡыҙыл сепрәк төргәктән ашыға-ҡабалана нимәлер аҡтара ине. Нурғәленең үтеп барыуын күргәс:

-Хәйерсе һанын арттырып, нимәгә һаман бала ташыйһығыҙ,--тип өндәште.

Ҡатынының ауырлы булыуын ҡайҙан белде икән, тип уйлап ҡуйҙы Нурғәле. Әле ауыл фельдшерына ла барып күренмәгән ине бит. Шул арала һүҙ таралған. Ир күп һүҙле ҡатынға ҡаршы өндәшеп торманы. Тыуасаҡ балаһына тел-теш тейҙереүенә күңеле әрнеһә лә, һәр бала үҙ ризығы менән тыуа тип, күңеленән генә үҙен тынысландырып, юлын дауам итте. Өйөнә ҡайтып ингәс, балалары ҡаршыһына атай тип йүгереп сығып ҡосаҡлап алғас, күңеле йомшарҙы. Мәрхәбәнең һүҙҙәре онотолдо. Үс һаҡлап йөрөй торған кеше кеше түгел ул. Элек көтөүсене, хәйерсене кәмһеткәндәр инде, нишләйһең. Хоҙай кәм күрмәһен. Нурғәлегә ата-бабанан мираҫ ҡалмаған шул. Ғаилә лә ишле. Эшләп-эшләп тә байый алмай. Түрәләр эргәһендә ялағайланып, тәрилкә тотоп йөрөүселәргә өлөш сыҡҡылай ана. Ә Нурғәле ундай була белмәне. Уның күңеле һаман ғәҙеллек әҙләне.

Көн ғәҙәттәгесә үтте. Һыу буйына төшөп бесән сабып алды, унан мал-тыуарға эсерергә һыу ташып ҡойҙо. Кискә табан төҫө-башы ҡасҡан Хәҙисә әбей килеп инде. Ауыр ағас ишекте асып инеүгә:

-Бир аҡсамды, һинең хәйерсе балаларыңды туйҙырырға тип нисә йылдар буйы йыйманым мин уны,--тип ҡарғана-ҡарғана ҡысҡырырға тотондо. Нурғәле аптырап ҡалды. Ниндәй аҡса һорай һуң унан Хәҙисә әбей? Бурысҡа ла алып торғаны булманы бит.

-Аҡсамды кассаға һалырға тип алып барыуым ине. Абайламағанмын да, ҡыҙыл төргәгем юлда төтшөп ҡалған. Минең арттан һин килгәнһең, Мәрхәбә күреп ҡалған һине. Ҡышҡы юлда башҡа эҙ юҡ ине. Ике генә эҙ. Береһе һинең эҙең, береһе Мәрхәбәнеке. Мәрхәбә ғүмергә лә кеше аҡсаһына тейә торған кеше түгел. Юлда төшөп ҡалған аҡсаны һин генә алғанһың,--тип теҙеп китте Хәҙисә әбей.

Үҙе илай, үҙе ҡарғана, үҙе ҡалтырана-ҡалтырана аҡса таптыра.

-Ҡыҙыл төргәкте Мәрхәбә ҡулында күрҙем мин, Хәҙисә әбей, ниңә миңә нахаҡ бәлә яғаһың,-- тип әйтеп тә ҡараны Нурғәле. Әммә әбей әҙмәй ҙә ҡуймай:

-Һин әле гонаһһыҙ кешегә ғәйеп тә таға беләһеңме, бетле хәйерсе. Мәрхәбә кеше малына тейәме һуң инде! Күрһәтәм әле мин һиңә, былай ғына бирергә теләмәһәң, милиция саҡыртам,--тип илап сығып китте.

Иларһың да. Яңғыҙ әбейҙең ғүмере буйы йыйған аҡсаһын кемдер алһын, кире бирмәһен әле. Ауыл урамында төшөп ҡалас, шул ауыл кешеһе алыуы бәхәссһеҙ бит  инде.

Хәҙисә әбей сығып киткәс, Нурғәле Мәрхәбәләргә сығып йүгерҙе. Өйҙәренә ингәс тә:

-Ниңә миңә бәлә яғаһың, Мәрхәбә апай. Ҡыҙыл төргәкте магазин эргәһендә һин аҡтара инең бит, -- тип ҡысҡырып иланы ир.

Мәрхәбә күҙен дә йоммайынса:

--Һин нишләп минең өйгә баҫып индең әле, бетле хәйерсе,--тип Нурғәлене этеп-төртөп ишектән ҡыуалап сығарҙы.

Ирҙе өйгә ҡайтыуында милиция ҡаршы алды. Өйгә тентеү үткәрҙеләр, һорау алыу өсөн Нурғәлене районға алып киттеләр. Уны өс көн ҡайтарманылар. Өс көндән һуң тағын да ябығып, һулығып, был донъяла ике йөҙлө, аҫтыртын кешеләр барлығына тағын бер ҡат инанып, өйөнә ҡайтты ул. Уны яҡлап күршеләре лә үҙ һүҙҙәрен әйттеләр. Әммә Мәрхәбәнең ялғанына ышаныусылар күберәк булды. Нурғәленең һарайынан һыйырын, мал-тыуарын һатып, аҡсаһын Хәҙисә әбейгә бирҙеләр. Шул ваҡыт Нурғәле: "Миңә нахаҡ бәлә яғыусының иң ғәзиз нәмәһенә балаларымдың күҙ йәше төшһә ине,"--тип илаған тинеләр. Иң ғәзизе нимә ул әҙәм балаһына? Үҙенең һаулығымы, балаларымы? Яңғыҙ әбейҙең  төшөп ҡалған аҡсаһын үҙләштергән ике йөҙлө ҡатын өсөн бәлки матди байлыҡ та ғәзиздер...

Ярты йылдан һуң Һаҡлыҡ банкында Мәрхәбәнең ҙур суммала аҡсаһы барлығы ишетелде. Ундый хәбәр ауыл халҡынан ситтә ҡаламы һуң инде. Ат урынына көнө-төнө эшләһәң дә, ярты йыл эсендә ул тиклем аҡсаға эйә булыу мөмкин түгел. Ә өс йылдан һуң, ауылда быға тиклем күрелмәгәнсә бик матур ғына туй яһап, Мәрхәбә оло улын өйләндерҙе. Өс көн байрам иттеләр. Шул ваҡытта Нурғәленең күршеләре: "Аҡсаны тәки шул алған булған икән,"--тинеләр.

Ә бер көндө Нурғәле мунса алдында һепертке бәйләп ултырғанда яман хәбәр ишетелде. Мәрхәбәнең яңы ғына өйләнгән улы матайы менән төкөп үлгән. "Иң ғәзиз балам ине бит",--тип, урам буйлап илап йөрөнө Мәрхәбә. Нахаҡ бәлә яғылған ирҙең күҙ йәштәре Мәрхәбәнең иң ғәзизенә төштө... Ғәзинуры парлы тормошта өс кенә ай йәшәп ҡалды.

 

Автор:Альфия Байзигитова
Читайте нас: