Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

ҠӘҘЕРЕН БЕЛМӘНЕ...

Дуҫ ҡапыл үҙгәреп китте, эше алға тәгәрәй башланы, аҡсаһы барлыҡҡа килде. Уға шунда уҡ был ҡыҙға өйләнергә ине, юҡ, эреләнеп китте, икенсе ҡыҙҙарға ҡарай башланы. Теге һылыуҡай уның хыянат итеүен белгәс тә, дуҫты ташланы ла ҡуйҙы...

Мин һәр саҡ дуҫымдың йөрөгән ҡыҙына һоҡлана торғайным. Ошо һылыу уны эсергә саҡырған шешәләштәренән нисектер һиҙҙермәй генә айырып алды, төрлө өҫтәмә курстарҙа көсләп уҡытты, хатта кейем-һалым һайларға өйрәтте. Әгәр дуҫыбыҙ быға тиклем буш ваҡытын унда-бында һыра һемереп, мәғәнәһеҙ итеп үткәрһә, хәҙер инде бөтөнләй ваҡыты ҡалмай башланы. Кистәрен бергәләшеп тренажер залына ла йөрөнөләр, бассейнға ла. Дуҫ ҡапыл үҙгәреп китте, эше алға тәгәрәй башланы, аҡсаһы барлыҡҡа килде. Уға шунда уҡ был ҡыҙға өйләнергә ине, юҡ, эреләнеп китте, икенсе ҡыҙҙарға ҡарай башланы. Теге һылыуҡай уның хыянат итеүен белгәс тә, дуҫты ташланы ла ҡуйҙы. Уға түккән ваҡытын да йәлләмәне, күп тапҡыр ғәфү үтенһә лә, башҡа әйләнеп тә ҡараманы. Һөҙөмтәлә, ҡыҙ бик аҡыллы егеткә кейәүгә сыҡты, бик матур йәшәйҙәр. Ә дуҫыбыҙ кистәрен һыра һемерә, эше лә кирегә тәгәрәне...

р.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: