Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор

ЙӘНЕМДЕ ҺУРЫП БИРЕРГӘ ӘҘЕРМЕН!

Мин әсәйем һәм атайым өсөн иң ҡурҡыныс кеше хәҙер. Туғандарым өсөн дә. Минең хәлемде белгән һәр кем өсөн шундай бөткән кешемен. Әммә үҙемде ғәйепле тоймайым. Мин – кешеләрҙең аңһыҙлығының ҡорбаны...

Мин әсәйем һәм атайым өсөн иң ҡурҡыныс кеше хәҙер. Туғандарым өсөн дә. Минең хәлемде белгән һәр кем өсөн шундай бөткән кешемен. Әммә үҙемде ғәйепле тоймайым. Мин – кешеләрҙең аңһыҙлығы ҡорбаны.

Барыһы ла бала саҡтан башланды. Мин үҙемдең ике туған ағайымды (атайымдың бер туған һеңлеһенең улын) үҙемде белгәндән яратам. Ысын яратам! Туғандарса түгел. Миңә – 11, уға 14 йәш булғанда был хис-тойғолар нығыраҡ тоҡанып китте. Ул да мине яратҡанын аңланым. Нисектер түҙеп, һиҙҙермәй йәшәргә тырыштыҡ. Ул әрменән ҡайтҡанын үлә яҙып көтөп алдым. Минең ябығып, һарғайып, кибеп барғанымды күргән атай-әсәйем ниндәй генә табипҡа күрһәтмәне. Ә мин һағыштан үлер сиккә еткән инем. Уның ҡайтыуы минең өсөн иң бәхетле көн булды. Миңә – 17, уға 20 йәш. Шул уҡ төндә мин уныҡы булдым. Ситкә сығып китергә булдыҡ. Йәнәһе эшкә китәбеҙ. Тик бер көн түшәктә яратышҡан саҡта тотолдоҡ. Уның әсәһе мине аҙғынлыҡта ғәйепләне, минең әсәй ҙә уға ҡушылды. Сыр яланғас килеш, сәсемдән һөйрәп йөрөтөп, икәүләп туҡманылар.

Шунан алып мин бөткән, алама кеше. Тик элек-электән кузина-кузендар араһында өйләнешеү булған бит! Бар батшалар шулай өйләнгән! Ҡайһы бер мосолман илдәрендә лә ике, өс туғанын кәләш итеп алыу тыйылмай! Ни өсөн беҙҙә генә ошондай ҡырағайлыҡ! Иң ауыры – һөйгәнем дә минән баш тартты! “Әсәйемдең йөрәге ауырта”,-тине ул. Ә минеке ауырымайсы?! Мин уның өсөн йәнемде һурып бирергә әҙер, ә ул әсәһенән ҡурҡа! Нимә эшләргә миңә? Зинһар, ярҙам итегеҙ! Тик ваҡыт үтә, яралар бөтәшә ул тимәгеҙ. Үтмәй! Мин уны бала саҡтан яратам һәм үҙемде башҡа кеше менән күҙ алдына ла килтерә алмайым.

Шуға күрә, атай, күпме генә туҡмаһаң да, мин барыбер уның менән ҡасып китәсәкмен!

А.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас