Һаҡмар
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Йөрәк яныр серҙәр бар
3 Апреля 2021, 17:00

Хистәр ҡыйралғанда

Һөйгәне Ләләне ситкә китергә өгөтләне. “Ситтән тороп уҡырһың, мин эшләрмен, бәпесебеҙҙе ҡарарға көсөмдө йәлләмәйәсәкмен. Ышан миңә!”-тип ялбарҙы ул. Тик ҡыҙҙың һалҡын аҡылы көслөрәк булдымы әллә әсәһенең күҙ йәштәре еңдеме – Ләлә балаһын алдырҙы. Һөйгәне уны ғәфү итә алманы. “Һин сабыйыбыҙҙы ғына түгел, ә минең мөхәббәтемде лә үлтерҙең”,-тине ул...

Кабинетыма ҡыйыу ғына атлап килеп ингән йәш ҡатындың бәйән иткәндәрен тыңлай-тыңлай, уның үҙен күҙ иләгем аша үткәрәм. Оҙайлы йылдар редакцияла эшләү дәүерендә кешеләрҙе үҙ-үҙен тотошонан, тышҡы ҡиәфәтенән, тауышының сағыулығы йәки тоноҡлоғонан билдәләргә өйрәнелгән. Ҡайһы саҡта йылмайып, һиңә маҡтау һүҙҙәре яуҙырған әҙәмдең күҙҙәрендә боҙ һалҡыны ята, ә бәғзеләр тауыш күтәреп, әрләшеп килеп инһә лә, күңел матурлығы бар һынында сағыла...

Ә ҡаршымда ултырған ҡатын матур, бик сибәр. Шулай ҙа тырнаҡтарына эшләнгән ҡиммәтле маникюрының урыны-урыны менән ҡубып сығыуына, алҡаларының муйынсағы менән тап килмәүенә ҡарағанда, уның һуңғы осор үҙен көскә йәки өйрәнелгән ғәҙәт менән генә тәрбиәләүе, кейендереүе, биҙәүе һиҙелә. Нисәмә йылдар күңеленә йыйып йөрөгән һағышы ҙур зәңгәр күҙҙәрҙән ныҡлап түгелә башлағас, ҡатындың бөгөн йөрәк һыҙлауын бар ғаләмгә сығарып, унан арынғыһы килеүен аңланым...

Ләлә мәктәптә уҡыған саҡта уҡ һәр саҡ иғтибар үҙәгендә булды. Малайҙар уның сумкаһын тотоп алып ҡайтыу өсөн һуғышҡанда, ул рәхәтләнеп көлә торғайны. Баласаҡ баласаҡ инде: ул мәктәптән оҙатыу, сәстән тартыу, тауға сығып, футбол тибеү менән үтеп тә китте. Үҫмер осоронда, тиҫтерҙәренең битенә һытҡы сығып, уны ҡаплау өсөн сәстәрен йөҙҙәренә төшөрөп, уҡытыусыларҙан әрләнеп йөрөгән мәлдә, Ләлә әкиәт ҡыҙына әйләнде лә ҡуйҙы. Һылыу ҡыҙға барыһы ла ғашиҡ ине, буғай. Юғары синыфта уҡығанында оҙон керпектәрен елпеп, зәңгәр күҙҙәрен тултырып ҡараһа, йәшерәк уҡытыусылар ҙа әллә нимә эшләп китер ине. Сибәрлеге ҡурҡыттымы, әллә көнләштерҙеме – Ләләнең әхирәттәре булманы. Янында һәр саҡ егеттәр ураланғас, ул яңғыҙлығын тойманы. Шулай ҙа 11-се синыфта мәктәпкә яңы уҡытырға килгән физкультура уҡытыусыһына ғашиҡ булғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Хәйер, мыҡты кәүҙәле, янып торған ҡара сәсле, уйынлы-ысынлы хәбәрҙе бер туҡтауһыҙ ҡойған йәш егеткә бар ҡыҙҙар ҙа нескә хистәр кисерҙе. Физкультура дәрестәрен түҙемһеҙлек менән көтөп алалар, яңы спорт костюмдары барлыҡҡа килде, бәғзеләрҙең кейеме тәнгә һылашып ятып, синыфташ малайҙарҙың күҙҙәрен аҡайтты.

Ләлә уҡытыусы тик уныҡы ғына буласағында шикләнмәне лә. Шулай булмай ни: быға тиклем уның янынан тыныс ҡына үтә алған ир-ат булманы бит. Үҙе лә тәүге тапҡыр мөхәббәт тулҡындарында йөҙөп рәхәтләнде. Мәктәпкә алданыраҡ бара, физкультура дәресендә иң-иңе булыу өсөн йүгерә башланы, төрлө күнекмәләр эшләне. Бынан ҡыҙҙың һомғол буй-һыны тағы ла ылыҡтырғыс, һығылмалыраҡ була барҙы. Тик физкультура уҡытыусыһы башҡа ҡыҙҙар менән көлөп-йылмайып һөйләшһә лә, Ләләне бөтөнләй иғтибарға алманы. Әйтерһең дә, ул бөтөнләй юҡ. Ҡыҙ төндәрен илап үткәрҙе, уҡыуы насарая башланы. Ата-әсәһе, синыф етәксеһе әрләп тә, өгөтләп тә ҡараны, Ләлә уларҙы бөтөнләй ишетмәне. Бер нөктәгә төбәлә, ә уйында тик Ул. Их, исмаһам, бер мәртәбә, миңә лә йылмайһа ине... Йоҡлай алмай уҡытыусыһы менән буласаҡ тормошо хаҡында хыялланды: бына ул аҡ туй күлдәгендә, бына Ул уны күтәреп, ҡулына өйрөлтә, ирендәр ҡушыла... Ләлә артабан уйлай алмай ырғып тороп, тәҙрә төбөнә барып ултыра.

Ярты уҡыу йылы буш хыялдар, күҙ йәштәре, йығылғансы физик күнегеүҙәр эшләү, йүгереү менән үтеп китте. Бар фәндәрҙән яҡшы уҡыған ҡыҙ хәҙер барыһын да аптыратып киләсәктә физкультура уҡытыусыһы булырға ҡарар итте. Хәйер, аптырамағандарҙыр: Ләләнең уҡытыусыға ғашиҡ булыуы хаҡында бар мәктәп белә ине. Тәүҙә ата-әсәһе быны ишетеп, борсолоп директорға барып етһәләр ҙә, физкультура уҡытыусыһының ҡыҙҙарына иғтибар ҙа бирмәүен ишеткәс, тынысландылар. Ә йәш егет үҙенә мөлдөрәп ҡараған, һиҙҙермәй генә кеҫәһенә кескәй хаттар яҙып һалып ҡалдырған ҡыҙға күптән тыныс ҡарай алмай ине. Хистәрен һиҙҙермәү өсөн уға бар ныҡлығын, ихтыяр көсөн ҡушырға тура килде. “Ләлә 11-се класта бит. Тамамлаһын да, шунан барыһы ла асыҡланыр”,-тип тынысландырҙы ул үҙен. Тик ерҙе мөхәббәт нурҙары менән сорнап, күңелдәрҙе елкендергән яҙ килгәндә йәштәрҙең тойғолары ташҡындай булып шашты. Көн йылығас физкультура дәрестәре тышта үтә ине. Бер нисә саҡрымды урап, ҡайтып килгәндә Ләлә аяғын яңылыш баҫты. Тәүҙә һиҙҙермәҫкә тырышһа ла, һылтыҡлай-аҫҡай артта ҡалды. Уҡытыусыһы уның янына килде. Башҡа уҡыусыларға мәктәпкә бара торорға ҡушты ла, үҙе лә Ләләгә ярҙам итергә булды. Әҙерәк барғас ул ҡыҙҙы күтәреп алды. Йәштәрҙең ҡараштары осрашты, Ләлә хыял йөрөткән сәғәт һуҡты...

Яҙ айҙары күҙ асып йомған арала үтеп тә китте. Көн һайын осрашҡан Ләлә менән уҡытыусыһы өсөн ваҡыт туҡтағандай булды. Имтихандарға әҙерлек башланды. Шул саҡ Ләлә үҙен насар итеп тоя башланы. Үҙе лә, ата-әсәһе лә имтихан алдынан көйәләнеп йөрөү һөҙөмтәһелер тип уйланы. Шулай ҙа бар имтихандарҙы уңышлы тапшырып, юғары уҡыу йортона инә алды. Әлбиттә, физкультура уҡытыусыһына түгел, ә тәржемәсе булырға. Кисәге уҡытыусыһы менән хәҙер көн дә тиерлек осраштылар. Тик тиҙҙән Ләләнең ауырлы икәнлеге беленде. Ҡыҙ аптырап ҡалды. Һөйгәне өйләнешергә тәҡдим иткәс, үҙен иң бәхетле итеп тойҙо. Тик уйламағанда ике яҡтан да ата-әсәләр ҡаршы төштө. Ләләгә: “Һиңә уҡырға кәрәк, ниндәй бала?!”-тип аборт эшләтеүен талап иттеләр. Егеттең ата-әсәһе: “Өйләнешмәҫ элек ауырға ҡалған ҡыҙҙы килен итеп алмайбыҙ”,-тип ярһыны.

Һөйгәне Ләләне ситкә китергә өгөтләне. “Ситтән тороп уҡырһың, мин эшләрмен, бәпесебеҙҙе ҡарарға көсөмдө йәлләмәйәсәкмен. Ышан миңә!”-тип ялбарҙы ул. Тик ҡыҙҙың һалҡын аҡылы көслөрәк булдымы әллә әсәһенең күҙ йәштәре еңдеме – Ләлә балаһын алдырҙы. Һөйгәне уны ғәфү итә алманы. “Һин сабыйыбыҙҙы ғына түгел, ә минең мөхәббәтемде лә үлтерҙең”,-тине ул.

Ләлә барыһын да ауыр кисерһә лә, уҡыу, яңы дуҫтар менән онотолоп маташты. Һөйгәне бер йылдан мәктәпкә эшкә килгән йәш уҡытыусыға өйләнде, бер йылдан игеҙәк улдары донъяға килде. Ике йылдан ҡыҙҙарына һөйөндөләр, өй һалып сыҡтылар. Сибәр Ләлә артынан егеттәр күп йөрөһә лә, ул бәхетен таба алманы...

Һағышлы зәңгәр күҙҙәрҙән түгелгән йәштәр туҡтаған. Ҡатын бер нөктәгә төбәлгәндән дә, йәшлек хәтирәләренән тағы ла матурайып, тәүге мөхәббәте тураһында һөйләй. Миңә килеүенең маҡсаты йылдар боролошонда тороп ҡалған физкультура уҡытыусыһы булмауын белһәм дә, уның һылыулығына һоҡланып, тыңлауымды дауам итәм. “Ошо тәүге мөхәббәтемде рәнйетеүем, сабыйымдың ғүмерен киҫеүем, яҙмыш ҡарғышы булып төштө”,-тине ул уфтанып.

Ләлә юғары уҡыу йортон уңышлы тамамлап, эшкә урынлаша. Үҙенә күптән ғашиҡ бер егеткә кейәүгә сыға. Тик ире ни тиклем яратһа ла, ул уға ҡарата бер ниндәй ҙә тойғо кисермәй. Балаға уҙа алмауы ла күңелен әрнетә. Табиптарға барып тикшерелгәс, аборттың эҙемтәһе икәнлеген әйтәләр. Быны белеп ҡалған ире айырылышырға тәҡдим итә. “Әгәр һин мине яратһаң, балабыҙ булмауы ла мине һинән айыра алмаҫ ине. Тик һинең һалҡынлығыңдан арыным”,-ти ул.

Ләлә ҙур ҡаланан ялҡып, тыуған яғына ҡайтып китә. Тәүҙә ата-әсәһе менән йәшәй, унан фатир һатып ала. “Бер кис тәүге мөхәббәтемде урамда осратып, төнө буйы илап сыҡтым. Нисәмә йылдар үткәс тә уның янында ҡатынын, балаларын күреү шул тиклем ауыр булыр, тип уйламағайным. Хатта һаулыҡ та һорашмай үтеп китте. Әйтерһең дә, беҙҙең мөхәббәтебеҙ, тыумаған була ла, сабыйыбыҙ – барыһы ла буш ҡыуыҡ ҡына булған”.

Зәңгәр күҙҙәр, ярҙарына һыймай ташҡан йылғаларҙы хәтерләтте. Ләлә бер аҙ тынысланып алғас артабан дауам итте.

Йәш ҡатын йәшлек хистәренән арынып, артабан йәшәүгә көс таба. Тойғоларын баҫырға Морат менән танышыу ҙа ярҙам итә. Осраҡлы һөйләшеп китеү мөхәббәт уттары тоҡаныуға барып етә. Мораттың иҫ киткес иғтибарлылығы, “матурым” тип кенә өндәшеүе, бүләктәргә күмеүе лә хыялый итә Ләләне. Ул нисәмә йылдарҙан һуң үҙенең тағы ла ғашиҡ булыуын аңлай. Ләлә осоп ҡына йөрөй, үҙен, ниһайәт, бәхетле итеп тоя. Тик бар сағыу хистәргә Мораттың ғаиләле булыуы ғына күләгәһен һала. Тәүҙә Ләлә был хаҡта уйламаҫҡа тырыша. Мораты бит көн һайын уның менән бергә, төнөн йортона ҡайтып китһә лә, телефоны аша таңға тиклем смс хәбәрҙәре килеп кенә тора. Шулай ҙа ял көндәрендә, байрамдарҙа яңғыҙы ҡалған Ләлә ризаһыҙлығын белдерә башлай. Морат та уның менән ваҡытын күберәк үткәрергә тырыша. Ғашиҡ ир һаҡһыҙлыҡты онота. Тиҙҙән уның ҡатыны барыһын да белә. Морат Ләләнең фатирына күсеп сыға. Ғашиҡтар уйламаған бәхетенә ҡыуанып бөтә алмай. Тик ял көндәрендә Мораттың балаларына тик йортона ҡайтып китеүе генә Ләләнең эсен бошора. Шулай ҙа мөхәббәте менән бергә йәшәүенә ҡыуанып бөтә алмай. Үҙе бала таба алмағанға күрә, Мораттың балалары менән дуҫлашырға тырыша. Бергәләшеп диңгеҙ буйында ял итеп ҡайтыуҙары ла Ләләне иң бәхетле итә. Сөнки сибәр ҡатынға барыһы ла иғтибар бирә, ә Морат ҡыҙғана, уны янынан да ебәрмәй. Хатта нимәлер һатып алырға кәрәк саҡта ла, “әйҙә, бергәләшеп барайыҡ” тип, Ләләне үҙе менән һөйрәй. Ә Ләләгә ҡыҙыҡ та, рәхәт тә – ҡыҙғана, тимәк, ярата. Сихри диңгеҙ буйында, йондоҙҙарҙы шаһит итеп, Морат уға ҡайтҡас та өйләнешергә тәҡдим итә. Ләлә шатланып риза була. Диңгеҙ буйынан улар тағы ла бәхетлерәк, бер-береһе өсөн иң яҡын кеше булып ҡайтып төшә.

Икенсе көнөнә Морат балаларына һатып алған әйберҙәрен тапшырырға китә һәм ... башҡа әйләнеп ҡайтмай. Ләлә күпме генә шылтыратһа ла, ул телефонын алмай. Тиҙҙән бөтөнләй телефон һандарын алмаштыра. Ләлә бер ни ҙә аңламай, уның менән һөйләшергә маташып ҡарай. Тиҙҙән уның фатирының ишеген Мораттың ҡатыны шаҡый. Ул ишекте бәреп тигәндәй инеп Ләләне иренә алама енси ауырыу йоҡтороуҙа ғәйепләй. “Һин, аҙғын, арҡаһында мин дә дауаханала оятҡа ҡалдым!”-тип иренең үҙе менән дә бәйләнеште бер ҡасан да өҙмәүен һөйләп бирә. Ләлә көтөлмәгән хәбәрҙән шаңҡып, аптырап ултырып ҡала. Тик был тамуҡтың башы ғына ине. Тиҙҙән уны судҡа саҡырталар. Мораттың уның өҫтөнән яҙған ғаризаһын уҡып, Ләлә көскә аңын юғалтмай. Унда Ләләнең уға енси ауырыу йоҡтороуы, шуға күрә әхлаҡи зыянды ҡаплауҙы талап итеүе яҙылған була. Был ғына түгел Морат уға биргән бар бүләктәрҙе йәки уларҙың аҡсаһын ҡайтарыуҙы һорай.

Бар ҡиммәтле биҙәүестәрҙең генә түгел, ә ресторанда ашаған-эскән, диңгеҙ буйында ял итеү – барыһының да чектарын һаҡлап барған! Мин мөхәббәт тулҡындарында йөҙгәндә, ул аҡса һанаған!” Ҡатындың хәсрәтле йөҙөнә ҡарап, нимә әйтергә лә белмәнем. “Был ваҡиға бик оҙаҡҡа һуҙылып, мине әллә ниндәй ҡурҡыныс ауырыу итеп бөттөләр. Таныштары, туғандары уҡыһын - белһен: миндә бер ниндәй ҙә сир тапманылар, мин – таҙа. Кемеһе - кемгә нимә йоҡторған, үҙ ара асыҡлаһындар хәҙер. Ә бына бүләктәрҙең, сәйәхәттең күпмелер аҡсаһын ҡайтарырға тура киләсәк. Судья шулай хәл итте. Ярай, мин бит унан көсләп бүләк алдыртманым, диңгеҙгә лә, кешеләр алдында матур ҡатын менән йөрөү өсөндөр инде, үҙе алып китте”.

Йөрәк һыҙлауын, күңел әрнеүен бысраҡ кейемдәй сисеп ташлаған сибәр ҡатын ғорур атлап сығып китте.

Бына сираттағы кешеләр бер-береһенә рәнйешле сәләмен гәзит аша еткереп, уны күңелгә ауыр йөк итеп ҡалдырып, үҙ тормошон еңеләйтте. Зәңгәр күҙле сибәр ханымдың йәштәрен, бар яҙмышын үҙенә һеңдереп ултырған, күкрәп сәскә атҡан гөлдәрем дә шиңеп ҡалғандай булды.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Читайте нас