Бөтә яңылыҡтар

Сәсән теле менән ҡотҡарҙы

Үткән быуатттың етмешенсе йылдары. Колхоз идараһы ултырышы бара. Бер ферма мөдиренең эшен тикшерәләр. Уны малға бесән етмәү ҡурҡынысы тыуҙырған өсөн ғәйепләп, эштә ҡалдырыу-ҡалдырмау мәсьәләһен ҡуйҙылар. Һүҙҙе партия райкомының даими вәкиле, райондың сәсән телле ир уҙаманы Рәфҡәт Яҡуп улы Күсәбаев алды...

Үткән быуатттың етмешенсе йылдары. Колхоз идараһы ултырышы бара. Бер ферма мөдиренең эшен тикшерәләр. Уны малға бесән етмәү ҡурҡынысы тыуҙырған өсөн ғәйепләп, эштә ҡалдырыу-ҡалдырмау мәсьәләһен ҡуйҙылар. Һүҙҙе партия райкомының даими вәкиле, райондың сәсән телле ир уҙаманы Рәфҡәт Яҡуп улы Күсәбаев алды. Ул сығышын:

Иптәш Заман,

Яҙ көтәңме һаман,

Кормаң етмәү яман,

Иртән нимә һалаң,

Юҡты ҡайҙан алаң?

Бәлки, һалырһың

Тапһаң әгәр һалам.

Бәлки, һалмаҫһың,

Эшһеҙ тороп ҡалһаң,-

тигән шиғри юлдар менән башланы һәм артабан да шиғри юлдар менән дауам итте. Бөтә идара ағзалары көлә башланы, көсөргәнешлек юҡҡа сыҡты. Ә мөдиргә, эштән сығарыу түгел, шелтә лә бирмәнеләр. Бесән менән ярҙам итеү ҡарары сығарҙылар. Сәсән теле күп күңелһеҙлектәрҙән ҡотҡара, тигәндәр. Дөрөҫтөр...

Йәүҙәт Мөхәмәтйәров.

Читайте нас