Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
26 Февраль 2021, 13:40

Һыйыр алырлыҡ аҡса ине...

Арыуыҡ ваҡыт үткәс, эскән килеш һарайҙа аҡса эҙләп йөрөй был. Аптырап киттем, ни әйтергә белмәй көйөп бөттөм. Йәшереп ҡуйырлыҡ эш хаҡы ла алғаны юҡ бит инде - “колхозник”...

Бер ҙур булмаған баҙарҙа йөрөгәндә ирем “табып алдым” тип миңә 150 һум аҡса бирҙе. Ҡыуанып китеп үҙенә кәпәс, балаларға әйбер алып ҡайтып киттек. Арыуыҡ ваҡыт үткәс, эскән килеш һарайҙа аҡса эҙләп йөрөй был. Аптырап киттем, ни әйтергә белмәй көйөп бөттөм. Йәшереп ҡуйырлыҡ эш хаҡы ла алғаны юҡ бит инде - “колхозник”. Баҡтиһәң, теге юлы 400 һум тапҡан булған! Бер һыйыр алырлыҡ аҡсаны нисек йәшермәк кәрәк?! Етмәһә, өй һалып сыҡҡас, ике-өс йыл буйы һыйыр малдарыбыҙ үрсемәй ине. Һуғымлыҡ алһаҡ та килешер ине бит. Юҡ, тапманы барыбер ул аҡсаны. Һарай түбәһенә бит һалам түшәйҙәр. Шунда тыҡҡайным, тип эҙләһә лә насип булманы – эсә алманы. Ә ҡағыҙ аҡсаларҙы сысҡандар “сәлдергәндер” тип уйлайым.

Кеше хаҡы ебәрмәй инде ул, зыян күреүсенең дә рәнйеше төшкәндер. Ә мин бушҡа ҡайғырып торманым, “шул кәрәк һиңә” тинем дә, оноттом.

Читайте нас: